2025 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы аҙағына яҡынлаша. Был осорҙа күп кенә тоғро дуҫтарыбыҙ “Изге подписка” акцияһына ҡушылып, туғандарына, МХО яугирҙәренең ғаиләләренә һәм атай-әсәйҙәренә, ҡарттар йорттарына, күп балалы ғаиләләргә “Башҡортостан” гәзитен бүләк итеп яҙҙырҙы.
Ошондай оло йөрәкле, ихлас, киң күңелле милләттәштәребеҙҙең береһе Ишембай районының Байғужа ауылында йәшәй. Ул – абруйлы мәғариф ветераны, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, ҡул эштәре оҫтаһы, әүҙем йәмәғәтсе һәм ирекмән Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы Рәхимова.
Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы элек-электән мохтаждарға ярҙам итеүҙе, кеше хәленә инеүҙе үҙенең изге бурысы тип һанай. Ә инде махсус хәрби операция башланғас, ул яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүселәр рәтенә баҫып, ирекмән булып китә. Күстәнәстәр, бүләктәр менән барып, яугирҙәрҙең ата-әсәләренең, ғаиләләренең хәлен белешеү, туҡмас киҫеп, консервалар эшләп, адреслы посылкалар оҙатыу – былар Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы башҡарған изге эштәрҙең бер өлөшө генә. Оло йәштәмен тип тормай, ул хатта Луганскиҙағы госпиталдәргә тиклем барып етә.
Ошо көндәрҙә Суфия апай Рәхимова тағы бер изге эш башҡарҙы: ул тыуған ауылы Байғужанан ете адресатҡа “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырҙы. Был бүләген МХО яугирҙәренең атай-әсәйҙәренә, өлгөлө ғаиләләргә тәғәйенләне.
Ҙур рәхмәт һеҙгә, Суфия Нуриәхмәт ҡыҙы! Әйткәндәй, 2025 йылдың икенсе яртыһына полписка дауам итә. “Башҡортостан” гәзитенә әүҙем яҙылырға саҡырабыҙ!
Автор фотолары.