Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
20 Июнь , 15:10

Наталья Полянская «Изге подписка» акцияһына ҡушылды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская "Изге подписка" акцияһын хупланы.

Наталья Полянская «Изге подписка» акцияһына ҡушылды
Наталья Полянская «Изге подписка» акцияһына ҡушылды

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторған «Изге подписка» хәйриә акцияһына ҡушылды.

Акция сиктәрендә Наталья Полянская махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһенә «Башҡортостан ҡыҙы» журналын яҙҙырҙы. Был аҙым менән республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы етәксеһе мөһим социаль башланғысты хуплауын күрһәтте.

«Изге подписка» акцияһы республикала йәшәүсе һәр кешегә Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә өлөш индерергә мөмкинлек бирә. Акцияла ҡатнашыусылар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң теләһә ниндәй баҫмаһын МХО-ла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙең ғаилә адресына яҙҙыра ала. Был - Ватанды һаҡлаусыларҙың яҡындарына көнүҙәк мәғлүмәткә, мәҙәни контентҡа һәм файҙалы белемгә эйә булыу мөмкинлеген биреүҙең ябай, әммә әһәмиәтле ысулы.

"Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итеү – беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ һәм намыҫ эше. "Изге подписка" акцияһы – файҙалы һәм күңелле бүләк яһау мөмкинлеге, ул йыл дауамында беҙҙең хәстәрлегебеҙ һәм иғтибарыбыҙ хаҡында иҫкә төшөрөп торасаҡ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Наталья Полянская.

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто теләүселәрҙе акцияла ҡатнашырға саҡыра. Түбәндәге баҫмаларға хәйриә подпискаһы башҡара алаһығыҙ:

❗"Башҡортостан", "Республика Башкортостан", "Кызыл таң", "Йәшлек", "Омет", "Йәншишмә", "Ошмес", "Урал – Сасси", "Чолман" гәзиттәренә;

«Ағиҙел», «Аҡбуҙат» (балалар), «Башҡортостан ҡыҙы» (ҡатын-ҡыҙҙар), «Башҡортостан уҡытыусыһы» (уҡытыусылар өсөн), «Бельские просторы», «Ватандаш», «Тамаша», «Тулпар», «Һәнәк» (юмористик), «Шоңҡар» журналдарына.

"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто - Башҡортостан Республикаһының иң ҙур нәшриәт предприятиеһы, ул рус, башҡорт, татар һәм башҡа телдәрҙә республика ваҡытлы матбуғат баҫмаларының киң спектрын нәшер итә.

#ПодпискаРБ2025

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас