Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
25 Июнь , 17:45

Ә һин яҙылдыңмы?

Өфө ҡалаһының Ленин урамында урынлашҡан "Китап" магазинында "Матбуғатҡа яҙылыу" көнө үтте. Унда "Башкортостан Республикаһы" нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенә ҡараған бөтә баҫмаларға ла яҙылыу мөмкинлеге бар ине.

Ә һин яҙылдыңмы?
Ә һин яҙылдыңмы?

Ҡунаҡтар "Изге подписка" хәйриә акцияһына ихлас ҡушылды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, күп балалы ғаиләләргә бүләк итеп “Башҡортостан” гәзитенә һәм башҡа баҫмаларға яҙылды.

–Минск ҡалаһынан медицина буйынса фәнни конференцияла ҡатнашыу өсөн килдем. Өфө оҡшаны. Тик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тотош республика хаҡында һүҙ йөрөтөүе ҡыйын. Өфөнө Минскиға ла оҡшатып ҡуйҙым. Башҡортостанды тағы ла килеп күрергә теләгем уянды. “Изге подписка”ға ихлас ҡушылам, тине Берорусиянан эш сәфәре менән килеп байрамға саҡырылған Елена Венская. Уның бүләге МХО яугиренең ғаиләһенә тәтене.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Светлана Николаевна Бурдюк ошондай акцияларҙың булыуына рәхмәт белдерҙе һәм МХО-ла һәләк булған Сабит Фазлыевтың ғаиләһенә бүләк итеп “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырҙы. Ул үҙе баҫмаларҙың электрон версияһы менән таныша барыуын белдерҙе.

Акцияла ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Барлыҡ квитанциялар ҙа тиҙҙән уйнатыласаҡ лотерея уйынына һалынасаҡ. Гәзиткә яҙылып та һаман квитанцияғыҙҙы ебәрмәгән булһағыҙ, ашығығыҙ! Һеҙҙе матур бүләктәр көтә.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Фотоһүрәттәрҙә: Светлана Бурдюк, Елена Венская МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләләренә бүләк итеп “Башҡортостан” гәзитен һайланы.

Ә һин яҙылдыңмы?
Ә һин яҙылдыңмы?
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас