Гәзиткә яҙылыу
5 Августа 2025, 06:40

Башҡортостан телевидениеһында тура эфирҙа бүләк уйнатыла!

Иртәгә тапшырыуҙы ҡарарға онотмағыҙ. Бәлки, бәхет һеҙгә йә туғандарығыҙға йылмайыр.

Башҡортостан телевидениеһында тура эфирҙа бүләк уйнатыла!Башҡортостан телевидениеһында тура эфирҙа бүләк уйнатыла!
Башҡортостан телевидениеһында тура эфирҙа бүләк уйнатыла!

Иртәгә, 6 августа, Башҡортостан юлдаш телеканалында иртәнге «Сәләм» тапшырыуының тура эфирында 07.45 сәғәттә ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла.

Гәзит-журналдарға яҙылған республика халҡы «Яҙыл һәм от» акцияһында ҡатнаша ала (икенсе ярты йыллыҡҡа, шулай уҡ бөтә 2025 йылға яҙылыу буйынса). Мотоблок, туңдырғыс, телевизор, ноутбук һәм робот-саң һурҙырғыс уйнатыла.

Бындай бүләктәргә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең ике баҫмаһына яҙылған һәр кем эйә була ала. Тулы мәғлүмәт сайтта: https://podpiska.rbsmi.ru/.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙән 2026 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башлана. Гәзит-журналдарға почта бүлексәһе аша ғына түгел, ә бер нисә минут эсендә сайтта онлайн рәүештә лә яҙылырға мөмкин: https://rbsmi.ru/.

Фото: «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас