10 сентябрҙә Ағиҙел йылғаһы буйында «Самауырлы ритайым» башҡорт дискотекаһында «Изге подписка» акцияһы үтте.
Яратҡан журналдарға һәм гәзиттәргә яҙылыуҙы күп балалыларға һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сифатында (ойоштороусылар улар тураһында мәғлүмәт бирә), шулай уҡ үҙ ғаиләһе өсөн, йәки күрше төбәктәрҙәге дуҫтарына һәм яҡындарына ғәҙәти булмаған бүләк рәүешендә башҡарырға мөмкин ине.
"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң стенды сәхнә эргәһендә урынлашҡайны. Яҙылыу 22.00 сәғәткә тиклем дауам итте. Акцияла 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашты. Берәй баҫмаға яҙылған кеше шулай уҡ редакцияларҙың приздар уйнатыуында ҡатнаша. Аҙаҡ иһә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дөйөм республика отошонда ҡатнаша, уның йомғаҡтары ғинуар аҙағында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында күрһәтелә.
Яҙылыу ошо көндәрҙә лә дауам итә. Яҙылығыҙ һәм отоштарҙа ҡатнашығыҙ!
Ҡатнашыу шарттары ябай. "Изге подписка" стендын табырға кәрәк. Берәй баҫманы һайларға һәм 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылырға. Акция стенды фонында селфи төшөргә, #Добраяпописка хештегы менән социаль селтәрҙәге сәхифәңә һалырға.
Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-09-11/v-ufe-proshla-aktsiya-dobraya-podpiska-4383522