Иң тәүҙә рәхмәт һүҙебеҙ – район башлығы Венер Фәнир улы Вәхитовҡа, уның урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтоваға. Шулай уҡ Ғафури халҡына. Баш мөхәрриребеҙ Вәдүт Исхаҡов тап уларға сәхнәнән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Даими яҙылыусыларыбыҙ Лилиә Кинйәбаева, Сажиҙә Йәнмырҙина, Резеда Шәрипова, Винера Шәмсетдинова, Нәрисә Ғәйнуллина, Гүзәл Килдебаева, Салауат Йосопов, Әлмира Уренова, Рузилә Вәлишина иҫтәлекле китаптар алып һөйөндө.
Гүзәл Зөфәр ҡыҙы әйтеүенсә, матбуғатҡа ғафуриҙар һәр ваҡыт дәррәү яҙыла. Был байрамға улар ысынлап лайыҡ. Мәҙәниәт йортон деү килтереп ритайым да үтте ул көндә. Ағинәйҙәр килеүселәрҙе үлән сәйе, үҙҙәре ҡойған буҙа, милли ризыҡтар, тәм-томдар менән һыйланы.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина билдәләп китеүенсә, матбуғат өлкәһендәге бөтә яҡшы башланғыстар ғафуриҙарҙан юл ала. Теүәл биш йыл элек журналистарҙың тәүге республика медиайыйыны ла ошо ерҙә үткәрелгәйне. Әлеге сара ла юғары кимәлдә ойошторолоп, ҙур ойошҡанлыҡ менән ҡеүәтләп алынды. Матбуғат байрамдарын республиканың башҡа райондарында ла үткәреү күҙаллана.
Ғафури районындағы Матбуғат байрамында “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар” журналдары баш мөхәррирҙәре, билдәле журналистар һәр береһе баҫмаһы хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында һүҙ ҡуҙғатты, яҙылыусыларына туранан-тура өндәште, уға ихтирамын еткерҙе.
Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Артур Дәүләтбәков, Венер Исхаҡов, Гөлфиә Янбаева кеүек абруйлы ҡәләм әһелдәренең рухиәт, милли баҫмалар хаҡындағы фекерҙәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Табын”, “Звезда” район гәзиттәре мөхәррирҙәре лә форсаттан файҙаланып, яҙылыусыларына йөрәк һүҙен еткерҙе. Билдәле йырсылар Заһир Иҫәнсурин, Фәрүәз Урманшиндың, урындағы мәҙәниәт йондоҙҙарының, сығыштары кисәгә йәм өҫтәне.
Кисә һуңынан матбуғатҡа яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Байрамдан берәү ҙә буш ҡул менән ҡайтманы, ғафуриҙар күтәренке кәйеф, яҡты уйҙар менән таралышты. Әле алда ла уларҙы көтөлмәгән шатлыҡтар көтөүе ихтимал, сөнки һәр квитанция иҫәпкә алына һәм ҡиммәтле бүләктәр отошона һалына.
Автор һәм Рөстәм Хәлимов фотолары.
Фотоһүрәттәрҙә:
Бына ошолай сират тороп яҙылды ғафуриҙар гәзит-журналдарға.
Красноусол үҙәк дауаханаһының баш табибы Рәхимйән Сәфәрғолов “Башҡортостан”ға яҙылды.