Үҙҙәренә генә түгел, ата-әсәйҙәренә, дуҫтарына бүләккә, ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж һәр кемгә — ветерандарға, МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләләренә, тормошта ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә матбуғат алыу мөмкинлеген файҙаланғандарға "афарин!" тибеҙ. Ә инде ошо көндә беҙҙең баҫмабыҙҙы һайлаған Башҡортостандың Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиевкә, яҙыусы Нияз Сәлимовҡа һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Әлибәковҡа айырыуса ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала матбуғатҡа 3 декабрҙән 13-нә тиклем ташламалы хаҡ менән яҙылыу буйынса ун көнлөк үтә. Был осорҙа яҙылыу хаҡтары арзаныраҡ, һәр яҙылыу квитанцияһы бүләк отошта ҡатнаша.
Һеҙҙе бөгөн киске 5-кә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26, "Китап" магазинында көтәбеҙ! Изгелек эшләргә ашығайыҡ!
Гөлсирә Сәхиева фотолары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!