Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: баҫмабыҙҙың 2025 йылғы лауреаттары тип ауыл хужалығы тармағын яҡтыртыуға арналған аналитик мәҡәләләре һәм “Иман” махсус битен даими әҙерләгәне өсөн “Башҡортостан” республика гәзите редакцияһының бүлек мөдире ИШМОРАТОВА Дилбәр Тәлғәт ҡыҙын,
сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр баҫтырыуҙы ойошторғаны һәм ундағы яҙмаларҙы мөхәррирләгәне өсөн “Башҡортостан” гәзите редакцияһының сайт буйынса мөхәррире ҒИЗЗӘТУЛЛИНА Әҡлимә Рәхмәт ҡыҙын,
махсус хәрби операция биләмәһенә барып, Башҡортостан яугирҙәренең батырлығын күрһәткән, гуманитар ярҙам туплап, уны оҙата барған яҡташтарыбыҙҙың фиҙакәрлеген сағылдырған фәһемле юлъяҙмалары өсөн “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе ТАКАЕВА Лилиә Разгил ҡыҙын,
яҙыусыларҙың тормош һәм ижад юлына арналған тәрән йөкмәткеле публицистик мәҡәләләре өсөн “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары КИРӘЕВА Луиза Риф ҡыҙын билдәләгәйнек.
21 ғинуар көнө уларҙы редакциябыҙға саҡырып ҡотланыҡ, лауреат дипломдарын һәм бүләген тапшырҙыҡ. Шулай уҡ 2025 йылғы лауреаттарыбыҙ гәзитебеҙгә яҙылыусыларҙан килгән 240 квитанция араһынан ҡиммәтле бүләк эйәләрен билдәләне.
Редакция хеҙмәткәрҙәре менән сәй табыны артында аралашыу ситтән килгән ҡунаҡтарыбыҙға оҡшаны. Киләсәккә яңы ниәттәр ҡороп, изге уйҙар менән таралыштыҡ был саранан. Гәзитебеҙ менән хеҙмәттәшлек иткән авторҙарыбыҙ бихисап, уларға рәхмәт белдереп, артабан да уҡымлы яҙмалар ебәреүҙәрен көтөп ҡалабыҙ.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.