Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
22 Ғинуар , 18:30

Бүләктәрҙе кем отто?

Ошо көндәрҙә редакцияла “Башҡортостан” гәзитенең 2025 йылғы лауреаттарын тәбрикләү сараһы һәм 2026 йылға баҫмабыҙға яҙылып, квитанция күсермәләрен ебәргән уҡыусыларыбыҙ араһында бүләк оттороу уйыны үтте.

Бүләктәрҙе кем отто?
Бүләктәрҙе кем отто?

2026 йылдың 1-се яртыһына  уҡыусыларыбыҙ баҫмабыҙға ихлас яҙылды. Ошо ҡыҙыу осорҙа беҙгә ярҙам иткән, хеҙмәттәшлекте өҙмәгән дуҫтарыбыҙға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юллама, “Һомай” аҡыллы колонкаһы, көнкүреш әйберҙәренә лотерея уйнатырға йыйыныуыбыҙ хаҡында яҙғайныҡ. Һеҙҙән йәмғеһе 240 квитанция алдыҡ. Шулай уҡ 2025 йылғы лауреаттарыбыҙҙан лототрондан квитанцияларҙы тартып сығарып, ҡиммәтле бүләк эйәләрен билдәләшеүҙе һораныҡ.

Шулай итеп, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юлламаны Ишембай районының Әхмәр ауылынан Нәжиә Мостафина отто.

Электр сәйнүге – Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан Вәзимә Мәжитова,

электр бырауы – Өфө ҡалаһынан Закирйән Әминев,

үтек – Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Зәйтүнә Даянова,

тостер – Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Зәлиә Шәйхетдинова,

Маҡар урман хужалығынан сәйҙәр – Белорет ҡалаһынан Резеда Сайдарова,

“Һомай” аҡыллы колнкаһы – Әбйәлил районынан Сәйфулла Ғайсин, электр үлсәүе Дәүләкәндән Зилә Сәлихова өлөшөнә төштө.

Бүләк отоусыларҙы ҡотлайбыҙ һәм уларҙың беҙҙең менән бәйләнешкә сығыуын көтөп ҡалабыҙ.

“Башҡортостан” гәзитенең һанын һәм данын арттырайыҡ. Милли баҫма алдырып уҡыусыларҙың күләменә ҡарап, республикала йәшәгән халыҡ хаҡында фекер уяна. Ә беҙ – рухи яҡтан көслө, берҙәм, сәмле халыҡ.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас