Гәзиткә яҙылыу
17 Апреля , 11:00

Изгелек эстафетаһы дауам итһен!

“Юлдаш” радиоһы “Журналист-ирекмәндәр” төркөмө ҡыҙҙары 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды. Изгелек нурының күсешен күҙәтә барырбыҙ. Ҡайһы яҡтарға барып сығыр ҙа, кемдәрҙе битараф ҡалдырмаҫ икән? Акцияға һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, дуҫтар!

Изгелек эстафетаһы дауам итһен!Изгелек эстафетаһы дауам итһен!
Изгелек эстафетаһы дауам итһен!

“Юлдаш” радиоһы “Журналист-ирекмәндәр” төркөмө ҡыҙҙары 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылды һәм эстафетаны үҙҙәре кеүек үк ирекмәндәр төркөмөнә һәм билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре, депутаттар – Рөстәм Ишмөхәмәтов, Тамара Танһыҡҡужина, Шамил Вәлиев, Илшат Тажетдинов һәм Айбулат Хажинға тапшырырға ҡарар итте. Изгелек нурының күсешен күҙәтә барырбыҙ. Ҡайһы яҡтарға барып сығыр ҙа кемдәрҙе битараф ҡалдырмаҫ икән? Улар хаҡында ла яҙа барырбыҙ.

Алдан яҙыуыбыҙса, был төркөм ағзаларының барыһының да яҙмышы махсус хәрби операция менән туранан-тура бәйле. Гөлшат Имелбаева Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылынан МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең яҡындары өсөн яҙҙырҙы. Хеҙмәттәштәребеҙ Зөһрә Арсаева, Лилиә Фазулова, Сәриә Рамазанова, Динара Сафинаға  ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ һәм алдағы эштәрендә тик уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас