

Ташламалы хаҡтар менән почта бүлексәләрендә, шулай уҡ Матбуғат йортона килеп тә, шылтыратып та яҙылырға мөмкин.
Редакция коллективы гәзиткә яҙылыуҙы ойошҡанлы үткәреү һәм милләттәштәребеҙҙе дәртләндереү маҡсатында “Яҙыл да бүләк от!” акцияһын дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәһен почта аша (адресыбыҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13), йәки, фотоға төшөрөп, “Башҡортостан”дың электрон почтаһына bashgazet@mail.ru ебәрергә, редакцияға алып килергә мөмкин. Уйында ҡатнашып, матур бүләктәр отоғоҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар!
Декада осоронан мөмкин тиклем тулыраҡ файҙаланып ҡалырға, арзан хаҡҡа яҙылырға ашығығыҙ! Республикабыҙ тормошон сағылдырған, алдынғы ҡарашлы замандаштарыбыҙҙың ынтылышын сағылдырған, заман һулышын тойҙорған “Башҡортостан” гәзите һәр милләттәшебеҙгә барып етһен. Уны һаҡлап ҡалыу, һанын һәм баһаһын арттырыу – һәр башҡорттоң мөҡәддәс бурысы!
Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Таратығыҙ! "Башҡортостан" менән бергә ҡалығыҙ!
Гөлназ Ҡотоева фотоһы. Һүрәттәрҙә - Архангел районы фольклор коллективтары ағзалары.