Гәзиткә яҙылыу
8 Июля , 12:50

Күңелле мәл етте – бүләк уйнатабыҙ!

Матбуғатҡа яҙылыусыларҙың һаны йылдың икенсе яртыһына кәмей төшә.  Әммә “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлыҡты өҙмәй, оҙайта барыусы тоғро дуҫтарыбыҙ бар. Баҫмабыҙға яҙылып, һеҙ беҙгә дәрт, илһам өҫтәнегеҙ.

Күңелле мәл етте – бүләк уйнатабыҙ!Күңелле мәл етте – бүләк уйнатабыҙ!
Күңелле мәл етте – бүләк уйнатабыҙ!

Шуға рәхмәтебеҙҙе белдереп, һеҙҙән квитанцияларығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ. Көнкүрештә кәрәкле – үтек, сәйнүк, ит турағыс, фен кеүек шәп бүләктәрҙе отоп, яҡындарығыҙҙы ҡыуандырыуҙы ҡулдын ысҡындырмағыҙ, 20 июлгә тиклем өлгөрөп ҡалырға тырышығыҙ. Бының өсөн яҙылыу хаҡында квитанцияғыҙҙы фотоға төшөрөп, ватс апҡа (+79174202028) йәки электрон почтаға (bashgazeta@mail.ru) ебәрегеҙ.

Ә инде “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Яҙыл да от!” акцияһы буйынса Башҡортостан юлдаш телеканалында уйнатылған бүләктәрҙе алыр өсөн ике баҫмаға яҙылыу хаҡында хатығыҙҙы gup-orpp@yandex.ru электрон почтаһына юллағыҙ.

Йәрәбә тартыу август айына билдәләнгән.

Бүләктәр шәп, өлгөрөп ҡалығыҙ!

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас