Гәзиткә яҙылыу
24 Июль , 09:15

Бүләктәрҙе кем отто?

2026 йылдың икенсе яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләк уйнаттыҡ. Алдан был сарала ҡатнашыу өсөн 200-гә яҡын квитанция теркәлгәйне.

Бүләктәрҙе кем отто?Бүләктәрҙе кем отто?
Бүләктәрҙе кем отто?

Шулай итеп, үтек Белорет ҡалаһынан Юлиә Ғазина өлөшөнә төштө. Аш бүлмәһе өсөн үлсәү Ғафури районы Имәндәш ауылынан Гөлдәр Ишемйәроваға юллана. Блендерҙы Учалы районы Ҡобағош ауылынан Зөлфиә Харисова отто. Дрель-шөрөп борғосто – Дүртөйлө районы Иванай ауылынан Зәһүрә Абдулкарамова, кофебешергесте Исҡужа ауылынан Н.Б. Йәмилхин отто. Фен Белореттан Хафиз Иҙрисов бәхетенә яҙҙы. Вентилятор Бөрйәндән Әлмира Марат ҡыҙына юллана. Электр сәйнүге Белорет ҡалаһынан Г.Г. Байрамғәлинаға яҙҙы. Сәс турайтҡыс Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Гөлназ Исхаҡоваға эләкте.

Кемдәр отмаған, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, алда ла шәп бүләктәр буласаҡ, беҙҙең менән ҡалығыҙ! Иҙәнлек-һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләп, барығыҙға ла ҡайнар сәләмдәребеҙҙе еткерәбеҙ.

 

Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА видео/фотоһы.

Бүләктәрҙе кем отто?
Бүләктәрҙе кем отто?
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас