

“Беҙҙә 1-2 йыл элек почтаны япҡан инеләр, хәҙер почтальоныбыҙҙы ла ҡыҫҡарттылар. Уларҙың эш хаҡтары ла бик бәләкәй ине инде. Бөтә районыбыҙ менән матбуғатһыҙ ҡаласаҡбыҙмы ни? Хәҙер шулай бөтә райондарҙа ла почталарҙы яба башлаһалар, беҙҙең гәзит-журналдар бөтә тигән һүҙ бит... “ – ошондай йөкмәткеле борсоулы хат алдыҡ. Районын күрһәтмәйек, был бөтә республика ғына түгел, ил буйынса барған күңелһеҙ күренеш. Сөнки матбуғатҡа яҙылыусылар һаны ла йылдың йылы кәмей бара. Шуға – оптимизация. 1-2 яҙылыусы өсөн гәзит-журнал ташыусыны тотоуҙы кәрәк һанамайҙар. “Рәсәй Почтаһы” дәүләт дотацияһында түгел. Шуға ла ул үҙ йүнен үҙе күрә: ә был хәл халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра.
Күптәр гәзитте һеҙҙең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөгөҙҙән уҡыйбыҙ, тиҙәр. Унда дөрөҫ, теүәл мәғлүмәттәр, халыҡҡа тиҙ еткерелергә тейешле яңылыҡтар йәшен тиҙлегендә барып етә, әммә күңел өсөн, төптән уйлап, төфсөрләп, эҙләнеп яҙылғандары сыҡҡан матур мәҡәләләр тик гәзит биттәрендә урын алыусан. Шуға ла уға 2027 ярты йылығына яҙылып ҡуйһағыҙ ине. Әгәр ҙә был теге йәки был сәбәптәр арҡаһында мөмкин түгел икән, пдф вариантҡа яҙыла алаһығыҙ. Уның хаҡы ҡиммәт түгел, ярты йылға ни бары – 1260 һум. Электрон яҙылыуҙы https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1016/ ошо ссылка буйынса үтеп башҡара алаһығыҙ. Гәзит сығыу менән аҙнаһына ике тапҡыр электрон почтағыҙға килер.