Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
3 Сентябрь 2021, 09:21

“Мин ни өсөн прививка эшләттем?”

Роза РӘСЕМБӘТОВА, Хәйбулла районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:

– Дөйөм вакцинациялау башланғас та, прививка эшләттем. Бер кем дә мәжбүр итмәне, аңлы рәүештә яһаттым уколды. Бер ниндәй зыянын да тойманым. Ғүмер баҡый тыумыштан прививка эшләйҙәр беҙгә. Күпме афәттән, эпидемияларҙан ҡотолған кешелек вакцина ярҙамында. Әйткәндәй, беҙҙең ил ғалимдары етештергән вакцина менән дә.

Башҡа был ауырыуҙан һаҡланыр сара юҡ. Көн һайын яңы штамдар сығып ҡына тора бит. Уйланығыҙ әле, зинһар. Аҙаҡ үкенергә тура килмәһен.

 

Ансар ТӨЛКӨБАЕВ, Әбйәлил район ветерандар советы рәйесе:

– Пандемия мәлендә ныҡ һаҡландым, шуға был ауырыу урап үтте. Ике тапҡыр, уҙған йылдың декабрендә һәм быйыл йәй анализ тапшырҙым, антиесемдәр табылманы. Шуға ла вакцина яһатыу-яһатмау хаҡында уйлап та торманым.

Поликлиникаға тәүге тапҡыр барғанда вакцина бөткәйне. Алдан яҙылып барҙым һәм һалдырҙым, бер ниндәй ҙә кире эҙемтә булманы, үҙемде ғәҙәттәгесә тойҙом.

Икенсе компонентты августа һал­дырҙым. Кеше араһында, эш урынында һаҡлыҡ сараларын ныҡлы күҙәтәм. Прививка кәрәк, тип иҫәпләйем. Башҡаларҙы ла вакцина яһатырға саҡырам. Мин хәҙер үҙемдең сәләмәтлегем өсөн тынысмын.

 

Сибай уҡытыусылары вакцина яһата

 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта коронавирус йәштәрҙе лә аямай, ковид госпиталдәрендә балаларҙың булыуы ла хәүефләндерә.

 Шуға күрә мәктәп уҡыусыларын был афәттән һаҡлап ҡалыу юлын тик коллектив вакцина яһатыуҙа икәнлеген яҡшы аңлаған Сибай уҡытыусылары ошо кампанияға дәррәү ҡушылды. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан мәғариф идаралығының 50 хеҙмәткәре прививканың беренсе компонентын эшләтте.

– Коронавирус инфекцияһына ҡаршы тороу маҡсатында беҙҙең мәғариф идаралығы етәкселеге махсус ҡарар сығарҙы. Уға ярашлы, идаралыҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙа эшләгәндәр вакцина яһатырға тейеш. Ошонан сығып, педагогтар прививка эшләтте, – тине мәғариф идаралығының кадрҙар менән тәьмин итеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Римма Минишева.

Ҡала педагогтарына прививка яһау өсөн мобиль пункт булдырыуҙа үҙәк дауахана белгестәре ярҙам күрһәтә.

Әлеге ваҡытта ҡаланың мәғариф өлкәһендә 1300-ҙән ашыу кеше эшләй. Уларҙың күбеһе яҙғы осорҙа уҡ вакцинациялауҙы үткән. Әлеге ваҡытта ҡалғандар ҙа мөһим сараға ҡушылған. Тимәк, ата-әсәләргә яңы уҡыу йылында хәүефләнергә кәрәкмәй, уларҙың балаларын сирҙән ҡурсаланған уҡытыусылар ҡаршы ала.

Читайте нас: