Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Июль 2022, 22:20

Радий Хәбиров: "Бындай кешеләр алдында баш эйәм..."

Әммә үҙе ҡарар ҡабул итә һәм бер төркөм егеттәр менән беҙҙең десантсыларға ярҙамға китә.

Радий Хәбиров: "Бындай кешеләр алдында баш эйәм..."
Радий Хәбиров: "Бындай кешеләр алдында баш эйәм..."

Бөгөн - яҡташыбыҙ Александр Доставаловтың тыуған көнө. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Геройҙы иҫкә алған яҙма ҡалдырған.

"Бөгөн беҙҙең яҡташыбыҙ Александр Доставаловҡа 59 йәш тулған булыр ине. Гвардия майоры, Рәсәй Геройы. Бындай кешеләр алдында баш эйәм. Ул 6-сы ротаға ярҙамға бармай ҡала алған... Әммә үҙе ҡарар ҡабул итә һәм бер төркөм егеттәр менән беҙҙең десантсыларға ярҙамға китә.

Беҙҙең икенсе башҡорт батальонының уның исемен йөрөтөүе ғәҙел һәм дөрөҫ, тип иҫәпләйем. Батырҙың яҡты иҫтәлеге беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр! Ә беҙҙең доставаловсыларға – дошманды туҡмарға, еңергә һәм бөтәһенә лә өйгә әйләнеп ҡайтырға! Көтәбеҙ һәм ышанабыҙ!" – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.   

Радий Хәбиров: "Бындай кешеләр алдында баш эйәм..."
Радий Хәбиров: "Бындай кешеләр алдында баш эйәм..."
Радий Хәбиров: "Бындай кешеләр алдында баш эйәм..."
Радий Хәбиров: "Бындай кешеләр алдында баш эйәм..."
Радий Хәбиров: "Бындай кешеләр алдында баш эйәм..."
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: