Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Август 2022, 12:30

Тыуған ерҙән килгән хәбәр...

Ситтә йөрөһәң, ҡош телендәй хәбәр ҙә ҡәҙерле була шул

Тыуған ерҙән килгән хәбәр...
Тыуған ерҙән килгән хәбәр...

Өфө  ҡалаһының “Алһыу елкән” йәштәр клубтары берләшмәһенең “Урал казагы” клубы тәрбиәләнеүселәре Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәренә хаттар яҙҙы. Ошо көндәрҙә уларҙың хаттары һәм һүрәттәре Ватан һаҡсыларына тапшырылды.

“Шайморатовсылар” бындай иғтибарға һәм рухи ярҙамға бик шатланған. “Монах” саҡырыуы аҫтында йөрөгән яугир әйтеүенсә, батальон хәрби әҙерлек урынында күнекмәләрҙе дәртләнеп, күңел күтәренкелеге менән дауам иткән. Ситтә йөрөһәң, ҡош телендәй хәбәр ҙә ҡәҙерле була шул.

Фото: рәсми сығанаҡтан.

Тыуған ерҙән килгән хәбәр...
Тыуған ерҙән килгән хәбәр...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: