Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
6 Ноябрь 2023, 15:00

Оло йөрәкле әсә Ватан һаҡсылары үҫтергән

Өс сәғәт үтеүгә “Гриф” бәйләнешкә сыға. “Әсәй, борсолма, минең барыһы ла яҡшы!” тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, Әлфиә Миңнулла ҡыҙының иңдәрен баҫҡан таш ишелеп төшкәндәй була... 

Оло йөрәкле әсә Ватан һаҡсылары үҫтергән
Оло йөрәкле әсә Ватан һаҡсылары үҫтергән

“Кешеләргә ярҙам итеүҙән донъя яҡтыраҡҡа һәм яҡшыраҡҡа әйләнә”, - ти Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән Әлфиә Грифлёнкова. Был һүҙҙәр уның тормош девизына әйләнгән тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Ҡаҡса кәүҙәле, хис-тойғоға бай күңелле, һәр кемгә асыҡ, алсаҡ ханымдың башҡарған эштәрен,үҙ иңенә алған бурыстарын, кешеләргә күрһәткән игелек-изгелектәрен бер мәҡәләлә генә һанап бөтөрлөк тә түгел.

Әлфиә Миңнулла ҡыҙы сығышы менән Әлшәй районының Ниғмәтулла ауылынан. Бик иртә – 14 кенә йәшендә әсәһен юғалтыу ҡайғыһын кисерә, әммә ауыр һынау үҫмер ҡыҙҙың күңелен ҡатырмай. “Беҙ атай менән үҫтек. Тормошомдағы һынауҙар мине көслөрәк итте, рухымды нығытты. Мине лидер итеп тәрбиәләгән әсәйемә һәм тормошон беҙгә – балаларына арнаған атайыма рәхмәтлемен”, - ти Әлфиә Миңнулла ҡыҙы.

1987 йылда ул яҙмышын Ағиҙел ҡалаһы менән бәйләй, шул мәлдән алып бөгөнгәсә үҙен алдынғы ҡарашлы йәмәғәтсе, намыҫлы хеҙмәткәр, кешеләрҙең проблемаларына битараф булмаған, һәр ваҡыт ябай халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаған депутат итеп таныта. 2015 йылдан Әлфиә Грифлёнкова Ағиҙел ҡалаһының төҙөкләндереү тармағында эшләй. Тап уның башланғысы менән “Энергетик” территориаль йәмәғәт үҙидараһы барлыҡҡа килә, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы” буйынса ул тәҡдим иткән бер нисә проект еңеү яулап, тормошҡа ашырыла.

Әлфиә Миңнулла ҡыҙы – бик сағыу йәмәғәтсе, күп фатирлы йорт советы рәйесе булараҡ та әүҙем эшләй, яңынан-яңы ҡыҙыҡлы саралар, проекттар уйлап табып ҡына тора. Мәҫәлән, ул башланғыс һалған “Күршеләр көнө”, ихата эсендәге дөйөм өмәләр гөрләп үтә. Изге күңелле, ярҙамсыл ханым дауахананың паллиатив бүлексәһендәге ауырыуҙарға даими ярҙам итә, “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит”, “Теләктәр шыршыһы”, “Һәр йортҡа – Яңы йыл” акцияларында ла ҡатнашмай ҡалмай.

Бынан тыш, Әлфиә Миңнулла ҡыҙының тағы ла бер изге лә, мөҡәддәс тә миссияһы тураһында әйтмәү мөмкин түгел. Бөгөн илебеҙ мәнфәғәтен яҡлаған хәрбиҙең әсәһе булараҡ, ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылаға ярҙам итеү йәһәтенән иҫ киткес ҙур эштәр башҡара, хәрбиҙәрҙең ҡатындарын һәм әсәләрен хәстәрләү буйынса “Катюша” клубының эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша.

Әлфиә апайҙың улы “Гриф” (позывной) үҙ теләге менән әрме сафына юллана. Хеҙмәте тамамланыуға яҡынлағас, контракт төҙөргә, артабанғы яҙмышын хәрби тормош менән бәйләргә теләүен белдерә. Нисек кенә ауыр булһа ла, берҙән-бер улының ҡарарына ҡаршы төшмәй әсә. Махсус хәрби операция башланғас, “Гриф”, хәрби офицер булараҡ, тәүге көндән ил һағына баҫа.

Бер мәл Әлфиә Миңнулла ҡыҙына ят телефон номерынан шылтыраталар. Тәүлектең һәр мәлендә “улым шылтыратыуы ихтимал” тип йәшәгән әсә, уны-быны уйлап тормайынса, шунда уҡ ала. Теге яҡ остан: “Беҙ Украинанан шылтыратабыҙ. Дүрт мең ярым самаһы һалдат үлде, араһында һеҙҙең улығыҙ ҙа бар”, - тип хәбәр итәләр. Әсә ҡойолоп төшә...

Хәүефле шылтыратыуҙан шаңҡып ҡалған Әлфиә Миңнулла ҡыҙы ҡала етәкселегенә хәбәр итә. Хакимиәт башлығы хәлде үҙ контроленә ала. Өс сәғәт үтеүгә “Гриф” бәйләнешкә сыға. “Әсәй, борсолма, минең барыһы ла яҡшы!” тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, Әлфиә Миңнулла ҡыҙының иңдәрен баҫҡан таш ишелеп төшкәндәй була... 

Әлфиә Грифлёнкова махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән гуманитар ярҙам йыйыу эшенә тотона. Һалдаттарға йылы кейемдәр туплау, окоп шәмдәре эшләүҙе ойоштора. Күп ҡатлы йорттар янындағы таҡталарға “Окоп шәмдәре яһау өсөн кәнсир банкалар кәрәк. Берәр банка кукуруз йәки борсаҡ һатып алып, бушатып, һауытын ошо йәшниктәргә һалыуығыҙ һорала”, тип иғландар элә.

- Иртәнсәк иғлан яҙып киткәйнем, кискеһен эштән ҡайтыуыма барлыҡ йәшниктәр ҙә консерва банкалары менән тулы ине. Кешеләрҙең шул тиклем ярҙам итергә ынтылып тороуы, ихласлығы, эскерһеҙлеге рухты күтәрә, көс өҫтәй, - ти Әлфиә апай, күҙенә йәш алып.

Шулай итеп, Ағиҙелдең әүҙем халҡы хәрбиҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн бер көс булып туплана. Берҙәм көс менән меңдән артыҡ окоп шәме эшләп оҙатыла. Әлфиә Миңнулла ҡыҙы төҙөлөш материалдары , ике генератор, төндә күреү ҡорамалы, тепловизор, квадрокоптер кеүек һалдаттарға ныҡ кәрәкле әйберҙәр һатып алып ебәреүҙе ойоштора. Был эштәр бөгөн дә дауам итә.

Әлфиә Миңнулла ҡыҙы – тормош иптәшенең дүрт балаһына әсәлек наҙын тигеҙ бүлгән оло йөрәкле ханым. Ошо балаларҙың иң кесеһе – һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре булған Татьяна махсус хәрби операцияға барырға теләк белдерә һәм июнь айында Һамарға әҙерлек үҙәгенә юллана. “Мин унда кәрәгерәкмен”, - ти ул. Әлфиә апай Һамарға ҡыҙы янына барып ҡайта, әлбиттә, унда ла буш ҡул менән йөрөмәй. Әле ул кейәүенә Татьянаның балаларын ҡараша, ғаиләгә бар яҡлап та ярҙам күрһәтә, уларҙың терәге лә, таянысы ла.

Бына шундай оло йөрәкле әсә йәшәй Ағиҙел ҡалаһында. Әлбиттә, иң изге теләге бөтә әсәләрҙекенә ауаздаш: Ер йөҙөндә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, бөтә хәрбиҙәр ҙә тыуған ерҙәренә, уларҙы көткән ғәзиздәре янына имен-һау әйләнеп ҡайтһын! Тыуған илебеҙ һынылышлы осор кисергәндә ил именлеге һағына баҫҡан ҡыйыу, тәүәккәл "Гриф" кеүек ул үҫтергән, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған Татьянаға матур тәрбиә биргән, бөгөн уларға һәм улар кеүек меңәрләгән ил һаҡсыларына ярҙам итеүҙе иң изге бурысы тип һанаған Әлфиә Миңнулла ҡыҙына һәм уның кеүек изге йөрәкле әсәләргә сабырлыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Теләге булғандар берҙәм белешмә номерына – 117, Ситуация үҙәгенә 122, +7 (347) 218-19-19 телефонына шылтырата йәки “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына, йәки башбат.рф сайтына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа һәм Өфөләге хәрби комиссариат һайлап алыу пунктына (Революция урамы, 156 адресы буйынса) килергә мөмкин.

Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенән.

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: