Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
27 Ноябрь 2023, 08:00

Рәфис хәҙрәт хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә булып ҡайтты

Әле үҙенең тәүге һөнәре буйынса үҙәк район дауаханаһында эшләй.

Рәфис хәҙрәт хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә булып ҡайтты
Рәфис хәҙрәт хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә булып ҡайтты

Мәләүез индустриаль колледжында йыш  ҡына "Ҡыҙыҡлы кешеләр" проекты сиктәрендә осрашыуҙар ойошторола. Директорҙың тәрбиә һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Зилә Мөхәмәтшина уҡыусылар менән осрашыуға был юлы Рәфис хәҙрәт Сафинды саҡырҙы. Быйыл ул хәрби хәрәкәт зонаһында булып ҡайтты.

Рәфис Сафин күп йылдар мосолмандарҙың рухи остазы һәм урындағы мәсеттең имам-хатибы вазифаһын алып барҙы. Әле үҙенең тәүге һөнәре буйынса Мәләүез үҙәк район дауаханаһында эшләй.

Май айында Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты Рәфис хәҙрәтте Луганск ҡалаһындағы ғәскәрҙәр төркөмөнөң хәрби-сәйәси эш идаралығының ваҡытлыса пункты ҡарамағына ебәргән. Махсус хәрби операция зонаһына ул үҙ теләге менән барған. Үҙенең был аҙымын гражданлыҡ бурысын үтәү менән аңлата. Алғы һыҙыҡта ҡатмарлы тормош шарттарында ул яугирҙәргә таяныс һәм ярҙам булған.

Рәфис хәҙрәт Сафинды әүҙем хәрби-сәйәси эше өсөн “Армия генералы Маргелов” , “Ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Уның ҡаҙаныштары өсөн Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы Андрей Мордвичев та Рәхмәт хаты тапшыра.

Рәфис Сафин уҡыусыларға толерантлыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тураһында һөйләне. Балалар ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, ҡунаҡ уларға теләп яуап ҡайтарҙы. Осрашыу дуҫтарса мөхиттә үтте, йәштәргә ҡыҙыҡлы, төрлө яҡлап үҫешкән яҡташыбыҙ менән танышыу оҡшаны.

Гөлиә Шаһиғәлина фотоһы.

Рәфис хәҙрәт хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә булып ҡайтты
Рәфис хәҙрәт хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә булып ҡайтты
Рәфис хәҙрәт хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә булып ҡайтты
Рәфис хәҙрәт хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә булып ҡайтты
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: