Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
12 Ғинуар , 23:20

Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

Благовещенда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған Александр Круглов, Артур Саяпов, Әлмир Фәтхуллин, Владислав Лабыгин һәм Олег Маленковтың ғаиләләре менән осрашты. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары һәм яҡындары менән аралашҡанда республика етәксеһе ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм ысын ир-егеттәрҙе, Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләгәне өсөн ата-әсәһенә рәхмәт әйтте.

Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

- Республика улдарығыҙ тураһында һәр саҡ хәтерләйәсәк, уларҙың исемдәре мәңгеләштереләсәк. Төбәк етәксеһе булараҡ миңә һеҙҙең нисек йәшәүегеҙҙе, һәләк булған яугирҙәрҙең балалары нисек йәшәүен аңлау мөһим. Беҙ район хакимиәте менән берлектә һеҙгә ярҙам итергә һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине Радий Хәбиров.

 Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренә республика кардиология диспансерында дауаланыу һәм реабилитация курсын үтергә тәҡдим итте.

- Һеҙ ауыр ҡайғы кисерҙегеҙ. Был, әлбиттә, һаулығығыҙға йоғонто яһаны. Һеҙгә махсус әҙерләнгән программа буйынса диагностика һәм дауалау үтергә тәҡдим итәбеҙ. Муниципалитет транспорт менән ярҙам күрһәтәсәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Республика етәксеһе шулай уҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа Ватан өсөн ғүмерен биргән яугирҙәрҙең исемдәре яҙылған мемориаль комплекстар асыу планлаштырылыуы хаҡында белдерҙе.

– Бында туғандары һәм яҡындары уларҙың иҫтәлеген хөрмәтләү өсөн киләсәк, ә муниципалитет халҡы геройҙарға хөрмәт күрһәтә аласаҡ, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы Александр Круглов, Артур Саяпов һәм Әлмир Фәтхуллиндың ата-әсәләренә генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы, улар менән яугирҙәр махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн үлгәндән һуң бүләкләнде. Һәләк булған батырҙарҙың туғандары Радий Хәбировҡа ғаиләләрҙең ихтыяждарына иғтибар иткәне һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә шәхсән ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.



 

Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Радий Хәбиров Благовещен районынан МХО биләмәһендә һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: