Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
8 Февраль , 20:00

Бетеү һаҡлай

Рәфис хәҙрәт икенсегә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. 

Бетеү һаҡлай
Бетеү һаҡлай

Отпуск мәлендә ирекмән булараҡ былтыр ҙа ул ике ай дауамында Луганск Халыҡ Республикаһында яугирҙәр араһында дини эш алып барҙы, уларға рухи терәк булды.

 Юлға сығыр алдынан Рәфис хәҙрәт менән осрашып һөйләшеү мөмкин булды. ”Кемдер яҡшы маҡсатта уй-ниәт итһә, тирә-яҡтағылар үҙ тәнҡитен белдерә башлай. “Яуҙа һалдаттарға кеше үлтерергә фатиха бирергә бараһыңмы?” -тип әйткән бәндәләр ҙә булды. Һәр бер боролошта өрөп сыҡҡан эткә таш ташлай башлаһаң,  маҡсатыңа ирешеп булмай. Әгәр һин йәмғиәткә файҙа килтерә алмайһың, өйҙә ҡурҡып ултыраһың икән, ундай кешелә ни өмөт бар?”, - ти хәҙрәт.

Сәйәси яҡтан илдәге ҡатмарлы осорҙа дин әһелдәренең һалдаттар янында психологик, дини ярҙам күрһәтеүе бик мөһим. Әйткәндәй, Рәфис хәҙрәт Аҡъярҙан Юлай хәҙрәттең осратыуын хәбәр итте, уның да ул яҡтарға икенсе тапҡыр командировкаға барыуы. Уларҙың “ҡоралы” - доға.

“Бетеү  тағыу тураһында дөрөҫ фекер йөрөтмәгәндәр бар. Бетеү  - Аллаһы Тәғәләнең барлығын иҫкә төшөрөп тора. Яугир һалдаттарға рухи ярҙам күрһәтә алғаныма шатмын”, - ти Рәфис хәҙрәт. Ә беҙ илдә тыныслыҡ урынлашыуын, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ватандаштарҙың ғаиләләренә имен-аман ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

 

Бетеү һаҡлай
Бетеү һаҡлай
Бетеү һаҡлай
Бетеү һаҡлай
Бетеү һаҡлай
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: