Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
11 Февраль , 20:00

Посылкалар яугирҙәргә барып еткән!

Яугирҙәр посылкаларҙы алып ҡыуанғас, рәхмәт һүҙҙәрен һәм ҡайнар сәләмдәрен фото һәм видео аша белдергән. 

Посылкалар яугирҙәргә барып еткән!
Посылкалар яугирҙәргә барып еткән!

Мәләүез районы Восточный ауылы халҡы йыйып әҙерләгән посылкалар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә барып еткән.

Посылкала йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр, тушенкалар, тәмлекәс күстәнәстәр, уҡыусылар яҙған хаттар  урын алды. “Төрлө ҡаршылыҡтар арҡаһында дизель генераторының килеп етеүен оҙағыраҡ көтөргә тура килде, уны һатып алыу өсөн Восточный ауылы халҡы, мәктәп уҡытыусылары аҡса йыйҙы”, - ти яуҙа йөрөгән егеттең әсәһе Римма Ҡылысбаева. Форсаты сығыуынан файҙаланып һәммәһенә һәм икенсе генератор алырға ярҙам иткән  өсөн фермер Таһир Ханнановҡа, Лилиә Солтангәрәева, Гөлнур Шәйәхмәтоваға  ҙур рәхмәт еткерҙе.

Восточный ауылы илгә килгән һынауҙа ситтә тороп ҡалмай, махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәрҙең көнкүрешен еңеләйтер өсөн ҡулдан килгәндең барыһын эшләй. Ауыл клубында һәм мәктәптә маскировка селтәре үреү ойошторолған, унда мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, уҡыусылар уға ихлас ҡушылған.

Яугирҙәр посылкаларҙы алып ҡыуанғас, рәхмәт һүҙҙәрен һәм ҡайнар сәләмдәрен фото һәм видео аша белдергән.



 

Посылкалар яугирҙәргә барып еткән!
Посылкалар яугирҙәргә барып еткән!
Посылкалар яугирҙәргә барып еткән!
Посылкалар яугирҙәргә барып еткән!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: