Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
14 Февраль , 21:00

Яугирҙәр өсөн 60- ҡа яҡын башалтай баҫҡан

"ВК-ла үҙебеҙҙең чатыбыҙ бар, бер-беребеҙҙе өйрәтәбеҙ", - ти Белорет районында йәшәгән Сәриә Ҡаһарманова.

Яугирҙәр өсөн 60- ҡа яҡын башалтай баҫҡан
Яугирҙәр өсөн 60- ҡа яҡын башалтай баҫҡан

Сәриә Ҡаһарманованың яугирҙәр өсөн эшләгән изге ғәмәлдәре хаҡында әленән-әле гәзит биттәрендә яҡтыртып барабыҙ. Был юлы ул үҙенең социаль селтәрендә йәнә бер изге эше хаҡында яҙған.

"Быларын да айырым пост итеп һалайым әле.
Ни өсөн тигәндә, быйыл теүәл бер йыл булды минең һалдаттарға тип кейеҙ башалтайҙар баҫыуыма. Ошо ваҡыт эсендә Дондағы Ростов ҡалаһына минең исемдән 60 - ҡа яҡын башалтай китте. Шуларҙың яртыһынан күбеһен үҙем баҫтым. Бушлай үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәрендә арыуыҡ халыҡ был эш менән танышты, кемдер яңы кәсеп өйрәнде, кемдеңдер был эшкә ҡыҙыҡһыныуы артты. Йәл, ошо дәрестәрҙә булғандарҙан берәү ҙә һалдаттарға башалтайҙар баҫып ебәреү эшен үҙаллы дауам итмәне.
Шуныһы ҡыуаныслы: госпиталдәр өсөн фанаттарса кейеҙ аяҡ кейемдәре баҫыусылар, әгәр бөтә Рәсәй кимәлендә ҡараһаҡ, байтаҡбыҙ. ВК-ла үҙебеҙҙең чатыбыҙ бар, бер-беребеҙҙе өйрәтәбеҙ, хуплайбыҙ, кем күпме баҫҡаны хаҡында отчет бирәбеҙ.
Шуны ла өҫтәп әйтәйем: был юлайы магазиндан кейеҙ баҫыу өсөн йөн алырға, рәхмәт яуғырҙары, ике атай аҡса күсерҙе: береһе - 1500 һум, икенсеһе - 200 һум. Ошо башалтайҙарҙы баҫыуға тап-таман булып ҡалды.
Ошо фотолағы башалтайҙарҙы һуғыштың эсендә йөрөгән һалдаттарға тип әҙерләнем. Шуға ла әҙме-күпме үҙгәрештәр индереп, табанын ҡалынайтып эшләнем. Өҫтәүенә, 44-45 үлсәмгә колодкалар һатып алдым. һөҙөмтә әллә ҡайҙан күҙгә ташлана: эштәрем ярайһы уҡ ҡупшыраҡ килеп сыҡты.
Һалдаттарҙың мәнфәғәтенә яҙһын ине..." - тигән ул.

Яугирҙәр өсөн күңел йылыһын биреп баҫҡан башалтайҙар уларҙың аяҡтарын йылытһын, күңелдәрен имләһен, тыуған яҡ сәләмдәре булып барып етһен! Ә инде ундай изге ғәмәлдәре өсөн Сәриә Ҡаһармановаға эшләгән изгелектәре үҙенә меңләтә артып ҡайтһын!

Фото: Сәриә Ҡаһарманова.

Яугирҙәр өсөн 60- ҡа яҡын башалтай баҫҡан
Яугирҙәр өсөн 60- ҡа яҡын башалтай баҫҡан
Яугирҙәр өсөн 60- ҡа яҡын башалтай баҫҡан
Яугирҙәр өсөн 60- ҡа яҡын башалтай баҫҡан
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: