Бөтә яңылыҡтар

Юлай Талха улын хәрби наградаһы менән ҡотлайбыҙ!

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы үҙе теләп МХО-ға киткән ине  

Юлай Талха улын хәрби наградаһы менән ҡотлайбыҙ!
Юлай Талха улын хәрби наградаһы менән ҡотлайбыҙ!

Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй. Ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫлы башҡарғандары өсөн даими рәүештә төрлө наградалар менән бүләкләнеп тора.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр ноябрь аҙаҡтарында Юлай Талха улы Ильясов контракт буйынса үҙе теләп махсус хәрби операцияға юлланғайны. Заманында Өфө дәүләт авиация техник университетының осоу аппараттары электр ҡоролмаларына ҡағылышлы факультетында белем алған һәм яу һыҙығында үҙенең кәрәклеген аңлаған етәксенең был аҙымына яҡташтары ныҡ ғорурлана.

Юлай Талха улын оло наградаһы менән ҡотлайбыҙ һәм уны еңеү менән  имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Юлай Талха улын хәрби наградаһы менән ҡотлайбыҙ!
Юлай Талха улын хәрби наградаһы менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: