– Бөгөн Рәсәй граждандарының күпселеге Ватан мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә һәм уны яҡлауҙа төрлө бурыстарҙы үтәргә әҙер патриоттар булыуында бер кемдә лә шик юҡ. Был махсус хәрби операция шарттарында сағылыш тапты, беҙҙең яугирҙәр ҡулдарына ҡорал тотоп Ватанды һаҡлай, милли мәнфәғәттәрҙе яҡлай, – тине Юрий Воробьев. – Хәрби-патриотик тәрбиә, бигерәк тә йәштәрҙе ҡурсалау дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Илдең һәр төбәгендә патриотик тәрбиә буйынса лайыҡлы өлгөләр күп, һәм беҙҙең Совет был бай тәжрибәне өйрәнеү һәм патриотик эште йөкмәткеле тулыландырыу буйынса абруйлы майҙансыҡ булырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында хәҙерге хәл йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү менән шөғөлләнергә уникаль мөмкинлек бирә, тип билдәләне.
– Бер яҡтан – бындай тәрбиәгә ихтыяж ҙур, икенсе яҡтан – был эште профессиональ кимәлдә ҡуйыу, уны тейешле кимәлгә күтәреү өсөн уникаль мөмкинлек, – тине Радий Хәбиров. – Сөнки йәштәр ата-әсәләренең, күршеләренең, туғандарының, яҡындарының аныҡ миҫалдарында тарихи процестарҙың һәр ғаилә тормошонда ни тиклем тәрән сағылыш тапҡанын, ысын патриоттың кем икәнен һәм уларға лайыҡлы алмаш булыуҙың ни тиклем мөһим икәнен аңлай.
Был эштең мөһим йүнәлештәренең береһе тип төбәк етәксеһе тарихи хәҡиҡәтте яҡлауҙы һәм йәштәрҙә герой кем икәнен аңлауҙы формалаштырыуҙы атаны.
– Оҙаҡ ваҡыт “геройҙар” сифатында беҙҙең илгә, уның тарихына, традицион ҡиммәттәренә дошман булған аңлайышһыҙ, йыш ҡына бөтөнләй осраҡлы персонаждар тәҡдим ителде. Хәҙер иһә хәл башҡаса. Мәҫәлән, Башҡортостанда ысын герой сифатында генерал Миңлеғәле Шайморатов образын алдыҡ. Генерал Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәне өсөн Президентыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ. Миңлеғәле Шайморатов миҫалында беҙ ысын патриот, яугир, халыҡ улының образын формалаштырабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Өфөлә Совет майҙанында генералға һәм һәләк булған геройҙарға арналған лайыҡлы архитектура комплексы эшләнек. Музей ойошторҙоҡ, 200-гә яҡын Шайморатов класы ойошторолдо. Беренсе башҡорт ирекле батальоны генерал Шайморатов исемен йөрөтә. Генерал һәйкәле янында беҙ республикала беренсе даими почетлы ҡарауыл ҡуйҙыҡ.
Икенсе йүнәлеш тип Радий Фәрит улы Рәсәй халыҡтарының милләт-ара берҙәмлеген нығытыуҙы атаны.
– Башҡортостан – күп милләтле төбәк, һәм ошо йәһәттән Көнбайыштың төп һөжүме йүнәлештәренең береһе лә әлеге күренешкә бәйле. Украин махсус хеҙмәттәренең Рәсәй халыҡтары араһында тыныслыҡ һәм татыулыҡты тарҡатырға тырышыуын тойҙоҡ та инде. Беҙ хәлде эске яҡтан, тап милләт-ара ыҙғыш аша шартлатырға маташыуҙарҙы күрәбеҙ. Беҙҙең Башҡортостан да бер нисә тапҡыр ошондай һөжүм өсөн майҙан булды, әммә беҙ был һынауҙы үтеп сыҡтыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Беҙҙә туғыҙ Рәсәй Геройы, улар араһында ике башҡорт, удмурт һәм алты урыҫ. Хатта был призма аша ла беҙ бөтә илдең һуғышҡанын күрәбеҙ. Һәм беҙҙең күп милләтле берҙәмлегебеҙҙе яҡларға кәрәк.
Өсөнсө йүнәлеш – комплекслы хәрби-патриотик тәрбиә.
– Бында беҙ Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркын булдырыуға һәм үҫтереүгә баҫым яһаныҡ. Был паркты беҙ айырыуса яратып эшләнек, бында иң яҡшы шарттар булдырҙыҡ. Бер йыл эсендә генә лә “Патриот” паркында 12-15 мең бала физик һәм рухи-патриотик көс тупланы. Бында барыһы ла аныҡ ойошторолған – хәрби инструкторҙар ут, тактик, строй, медицина әҙерлеге, радиация, химик һәм биологик һөжүмдән һаҡланыу, физик әҙерлек, парашют вышкаһынан һикереү һәм башҡалар буйынса дәрестәр үткәрә, – тине Радий Хәбиров. – Республикабыҙ ҙур, шуға күрә “Патриот” паркы филиалдарын булдырыу юлынан барабыҙ. Был - беҙҙең хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн төп ҡоралыбыҙ.
Башҡортостан Башлығы Совет эшенең мөһимлеген билдәләне һәм республика тупланған тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Башҡортостан йәштәре тыуған еребеҙҙән ҡәҙерлерәк бер нәмә лә юҡлығын асыҡ аңлай. Балалар Ватанды һаҡлауға тулыһынса әҙер! – тине Радий Хәбиров.