Геройҙар дәүере
28 Июнь 2024, 07:30

Журналистар ҙа ситтә ҡалмай

Улар яҡташтарыбыҙға ярҙам итә.

Журналистар ҙа ситтә ҡалмайЖурналистар ҙа ситтә ҡалмай
Журналистар ҙа ситтә ҡалмай

Республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре күптән инде махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итә. Урындарҙа гуманитар ярҙам йыйыу ойошторалар, маскировка селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр. Ә инде үҙҙәренең һөнәри бурыстарын үтәп, даими рәүештә илдең яңы биләмәләренә барып яугирҙәр менән осрашып, репортаждар яҙып тороуҙары тураһында бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ.

Журналистар быға тиклем ҙур ғына суммала аҡса йыйып, уға алғы һыҙыҡта кәрәкле приборҙар һатып алғайнылар. Яңыраҡ “УАЗ” машинаһы һатып алыуға финанс туплауҙы ойоштороп, ошо теләктәрен тормошҡа ашырҙылар. Әле генә Башҡортостан Республикаһының “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто хеҙмәткәре “Башҡортостан” полкының штурм полкы командирына дронға ҡаршы ҡорал тапшырҙы.

Нәшриәт йортоноң филиалы – Республика мәғлүмәт үҙәге етәкселеге иһә Матбуғат йортонда маскировка селтәре үреү цехы булдырырға ҡарар итте. Уның директоры Айнур Дәүләтбәков тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ҡалалағы шундай цехтарҙың береһендә булып, эш барышын өйрәнде. Артабан хеҙмәттәштәре менән ағастан махсус станоктар эшләнеләр, маскировка селтәре өсөн нигеҙ булған селтәргә, таҫмалар ҡырҡыуға махсус материал – спанбондҡа заказ бирҙеләр.

Цехты файҙаланыу өсөн тәртипкә килтереүгә Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков, уның урынбаҫары Азат Зыятдинов, балта оҫтаһы Финат Вәлиев, электрик Сергей Дмитриев, урам һепереүсе Рауил Сөләймәнов күп көс һалды. Яҙ айҙарында башланған эш тамамланып, майҙың һуңғы көнөндә цех асылды. Айнур Хәсән улы:

- Хөрмәтле коллегалар! Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында журналистарыбыҙ күп нәмә эшләй. Үҙҙәренең төп һөнәри бурыстарынан тыш, улар төрлө акцияларҙа, сараларҙа әүҙем ҡатнаша һәм шуның менән халҡыбыҙҙың берҙәмлеген күрһәтә. Хеҙмәттәштәребеҙҙең ҙур теләк һәм тырышлыҡ менән Рәсәйҙең ҡыйыу яугирҙәренең ғүмерен һаҡларға ярҙам иткән маскировка селтәрҙәрен үҙ ҡулдары менән үреүен яҡшы беләбеҙ. Ошоно иҫәпкә алып, уларға ярҙам итергә һәм Матбуғат йортонда маскировка селтәрҙәре үреү өсөн махсус станоктар яһарға булдыҡ. Бөгөн улар тулыһынса әҙер. Эш өсөн кәрәкле материалдар ҙа һатып алынған. Был акцияға ҡушылыуығыҙҙы һорайым. Маскировка селтәрҙәре махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәребеҙгә ебәреләсәк, – тип мөрәжәғәт итте.

Матбуғат йорто хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең төшкө аш мәлендә һәм эштән һуң яңы шөғөлгә өйрәнде. Уларға оҫталыҡ дәрестәрен үҙе күптән ирекмән булған журналист – "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Гөлдәр Бүләкбаева-Биргәнова өйрәтте. Бер аҙ ваҡыттан теләге булғандар цехҡа үҙаллы йөрөп, дөйөм эшкә өлөш индерә башланы. Мәҫәлән, “Башҡортостан” гәзите, “Ватандаш” журналы хеҙмәткрҙәре тулы составта, “Республика Башкортостан” нәшриәт йортонан Эльвира Мирсаяпова һәм Әлмира Ғүмәрова, “Тамаша” журналынан Әнүзә Яҡупова, “Китап” нәшриәтенән Ләйсән Саниева тәүге маскировка селтәрен әҙерләп, алғы һыҙыҡҡа ебәреүгә күп көс һалды. Әле цехта икенсе селтәр ҙә әҙер булды, өсөнсөһө үрелә.

Махсус хәрби операция биләмәһендә башҡа һаҡланыу саралары менән бер рәттән маскировка селтәрҙәренә лә ихтыяж ҙур. Улар меңдәрсә дана талап ителә. Яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һәм беҙҙең техниканы һаҡлауға булышлыҡ иткән был эшмәкәрлек әле бик көнүҙәк. Шуға күрә беҙгә тағы ла теләктәшлек белдереүселәр табылыр, был акцияға ҡушылыр тип өмөтләнәбеҙ.

Г. БИРГӘНОВА.

Автор фотоһы.

Фотоға текст: Тәүге селтәр алғы һыҙыҡҡа оҙатыла.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас