Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы Секретары вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы, ил Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Владимир Якушев Радий Хәбиров менән бергә Башҡортостандан мобилизацияланған хәрбиҙәр һәм ирекле батальондар яугирҙәре, шулай уҡ зыян күргән Курск өлкәһе халҡы өсөн иҫәп буйынса 130-сы гумконвой ярҙамы оҙатыу тантанаһында ҡатнашты.
«Торатау» Конгресс-холы янындағы майҙансыҡта – 44 автомобилдән торған ҙур колоннаһы йөк составында еңел һәм йөк автомобилдәр, мотоциклдар һәм квадроциклдар, төҙөлөш һәм ағас материалдары, селтәр-рабица, күсмә мунсалар, медицина ҡорамалдары, рациялар һәм генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар, техника өсөн запас частар, янғын һүндереүселәр, туғандарынан һәм яҡындарынан посылкалар. Бынан тыш, кейем, шәхси гигиена саралары, шешәле һыу, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар йыйылғайны.
Адреслы ярҙамды формалаштырыуҙа республиканың 23 муниципалитетынан ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, шулай уҡ вайымһыҙ булмаған граждандар әүҙем ҡатнашты. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов аңлатыуынса, дөйөм колоннанан ете автофургон Курскиға юллана.
- Курск өлкәһе халҡы өсөн Башҡортостан рекордлы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 50 тонна гуманитар ярҙам йыйҙы, – тип билдәләне Ирек Сәғитов. - Ә беҙҙең яугирҙәргә йөк Луганск Халыҡ Республикаһына барып етәсәк, унда колоннаны ғәскәри частар командирҙары ҡаршы аласаҡ. Тағы ла егеттәргә автомобилдәр алып барабыҙ - бөтә ваҡыт эсендә меңгә яҡын йөк һәм еңел машиналар, шул иҫәптән бронемашиналар тапшырҙыҡ. Был эшкә бөтә муниципалитеттар ҙа әүҙем ҡушыла.
Владимир Якушев һәм Радий Хәбиров водителдәр һәм гуманитар конвойҙы оҙатыусылар менән аралашты, эш өсөн рәхмәт әйтте һәм еңел юл теләне. Гуманитар миссияла ҡатнашыусылар иҫәбендә – республиканың ҡайһы бер ҡала һәм район башлыҡтары. Шуны билдәләп үтәйек, муниципалитеттың һәр етәксеһе махсус хәрби операция биләмәһендә бер нисә тапҡыр булды. Журналистар менән әңгәмәлә Владимир Якушев Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә юғары баһа бирҙе һәм республика халҡына үҙ-ара килешеп эш итеүҙә ҡатнашыусыларға ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Төбәк үҫешен билдәләүсе төп күрһәткестәр һәм рейтингтар буйынса Башҡортостан алдынғы урындарҙы биләй. Был республиканың әүҙем алға барыуы хаҡында һөйләй. Башҡортостан тарихи яҡтан һәр ваҡыт ҡеүәтле төбәк булды һәм быны тағы бер тапҡыр иҫбатлай, - тине Владимир Якушев. - 130-сы гуманитар конвой - был, әлбиттә, алғы һыҙыҡта торған яугирҙәргә ярҙам итеүгә ҙур өлөш индерә. Ете автомобиль Курскҡа юллана. Бөгөн унда «Берҙәм Рәсәй» һәм «Йәш Гвардия» активистары эшләй. Башҡортостандан киткән ярҙам булған ихтыяждарға яуап бирә. Курсктан балаларҙың тәүге төркөмө республикаға килде, Башҡортостан уларҙы йылы ҡабул итте һәм урынлаштырҙы. Шуға күрә бөтә халыҡҡа илебеҙ өсөн ауыр ваҡытта тупланыуы һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем.
- Аҙнаһына бер тапҡыр самаһы Өфөнән МХО биләмәһенә хәрбиҙәр өсөн кәрәкле әйбер менән фуралар китә. Был - махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн республикабыҙ халҡы йыйған 130-сы гуманитар конвой. Ярҙамға ҡағылышы булғандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Был юлы машиналарҙың бер өлөшө Курск өлкәһенә юллана. Уларҙа зыян күреүселәргә тәү сиратта кәрәкле нәмәләр: эсәр һыу, түшәк кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена саралары һәм башҡалар. Беҙ төбәк етәкселеге менән бәйләнештә ҡалабыҙ һәм кәрәкле ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.