Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан халҡының Курскиға ярҙам итеү өсөн берләшеүе өсөн рәхмәтен белдерҙе. “Мин Курск өлкәһе Суджан районы Гончаровка ауылында тыуып үҫтем. Унда минең ата-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым йәшәй. Был минең өсөн бик шәхси тарих. Мөмкин тиклем ярҙам күрһәткән һәм уны дауам иткән республика халҡына рәхмәтлемен. Тап ошондай ауыр ваҡытта ярҙам мөһим һәм баһалап бөтөргөһөҙ”, -тип яҙған ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың битараф булмаған халҡы, ойошма һәм предприятиелар бер нисә көн эсендә гуманитар ярҙам йыйҙы. Бөгөн Курск өлкәһенә ВСУ һөжүменән зыян күргән биләмәлә йәшәүселәр өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән гуманитар ылау юлланды.
Фото: "Бәйләнештә".