Нуршат Шәрипов Йылайыр районының Ҡашҡар ауылы мәктәбендә беренсе класта уҡый. Кемдер көсөк балаларын ташлап киткән була. Малай тағы ике класташы менән шуларға хужа эҙләй. Һәм көсөгөн бер өләсәйгә һатып ебәрә. Ә ҡулына төшкән 100 һумды үҙенә тотонмай, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙамға тапшырырға тип ауыл хакимиәтенә килә.
Өйгә ҡайтҡас, ул ике изге эш эшләүен белдерә. "Нуршат, берәҙәк көсөккә хужа таптым, ә уны һатып алған өләсәй биргән аҡсаны беҙҙең яугирҙәргә ебәрҙем, тип әйтте", - ти малайҙың әсәһе Нурия.
Нуршат тапшырған аҡсаны хакимиәт белгесе, махсус хәрби операция файҙаһына тип, район ирекмәндәре иҫәбенә күсерә.
Афарин, Нуршат!
Сығанаҡ: Г. Мостафина.