-4 °С
Болотло
Махсус хәрби операцияһы биләмәһендәге яугирҙәргә күптән түгел Сибай ҡалаһынан да ылау барҙы. Улар араһындағы Сибай ҡала советы депутаты, ҡала баҙары директоры Виктор Тюрин яҡташтарына йыр-моң да өләште.
"Төрлө телдәрҙә йырланыҡ, башҡортса ла йырлап маташтым. Ныҡ тәнҡитләмәгеҙ. Баянда - Замир Йәнтүрин", - тип яҙған социаль селтәрҙә Виктор Николаевич.
Әйткәндәй, күптәр Виктор Тюриндың башҡортса бик матур һөйләшеүен һәм башҡорт телендә йырҙар башҡарыуын белмәйҙер әле.
Фото һәм видео: Виктор Тюриндың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән