Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Күптән түгел йырсы –яугир бер төркөм хеҙмәттәштәре менән Мәскәүҙә «Россия-1» телеканалында ҡунаҡта булып ҡайтҡан.
Йырсы шатлыҡлы яңылыҡтары менән уртаҡлашҡан.
“Хәҙерге ваҡытта МХО-ла хеҙмәт иткән дүрт егетте «Россия-1» телеканалындағы «Наши» тапшырыуына саҡырҙылар. Уның береһе – Красноярск ҡалаһы театрынан бейеүсе, икенсеһе – яҙыусы, өсөнсөһө – цирк артисы һәм мин “Әсән” позывнойлы Башҡортостандан музыкант. Беҙҙең менән бик матур әңгәмә ойошторҙолар, тиҙҙән эфирға сығыр тип уйлайым”, -тигән Радик Динәхмәтов.
Шуныһы ҡыуаныслы: тапшырыуҙы ойоштороусылар йырсыға сюрприз яһаған. Студияға Радик Динәхмәтовтың ҡыҙы Сабина менән ейәнсәре Айлинды саҡырғандар. Оҙаҡ ваҡыт махсус хәрби операцияла булған яугир өсөн ошонан да ҙур бүләк була аламы?!
“Хис –тойғоларҙы аңлатып бирерлек түгел. Минән: “Радик, ейәнсәрегеҙҙе ҡасан һуңғы тапҡыр күрҙегеҙ?” –тип һоранылар. “Яраланып, тыуған яҡтарыма реабилитация алған ваҡытта”, - тип әйтеп тә өлгөрмәнем, студияға йүгереп Айлин ейәнсәрем менән ҡыҙым килеп инде. Шатлыҡлы күҙ йәштәре аша осрашыу булды ул. Аҙаҡ балалар менән Ҡыҙыл майҙанға барҙыҡ, уйнап- көлөшөп, кисте бергә үткәрҙек”, - тип шатлыҡтары менән уртаҡлашҡан йырсы- яугир.
Тиҙҙән барлыҡ яугирҙәргә лә яҡындары менән тыныс тормошта осрашырға яҙһын, тиҙерәк һуғыш бөтһөн , тигән теләктә ҡалабыҙ!
Фото һәм сығанаҡ: “Интертат”