Бөгөн махсус хәрби операция ветерандары тағы бер тапҡыр - яу яланында ғына түгел, көндәлек тормошта ла герой була алғанлыҡтарын раҫлай. Улар йәнә лә беҙҙең өсөн, үҫеп килгән быуын, йәштәр өсөн өлгө булып тора. Ниндәй генә хәлдә лә әүҙемдәр, аралашыусандар, яныбыҙҙалар һәм ҡылған ҡаһарманлыҡтары менән илһамландыралар.
Бөгөн беҙ быға Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башкортостан спорт әҙерлеге үҙәгендә барған Рәсәй Паралимпия комитетының МХО ветерандары өсөн төбәк-ара физкультура һәм спорт сараһы "Беҙҙең заман геройҙары" ярыштарында инандыҡ.
Махсус хәрби операция ветерандарынан торған Башҡортостан командаһы капитаны Тимур Лоҡманов – Әбйәлил районының Әбдрәш ауылынан. Әйткәндәй, ул - Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры.
Йәш кенә егеттең нисек капитан булып һайланыуы тураһында ҡыҙыҡһынғас: "Егеттәр менән ошо хаҡта һөйләшкәндә улар мине тәҡдим итте, - тип яуап бирҙе. - Бала саҡтан кикбоксинг, бокс менән шөғөлләндем. Тренерым - Рөстәм Мәүлетбирҙин".
Был спорт сараһында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла - ысын геройҙар, илһөйәрҙәр, үҫеп килгән быуын вәкилдәре өсөн Тыуған илеңде яратыу, бер нимәгә ҡарамайынса алға барыу өлгөһө.
Автор фотолары.