Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Ноябрь , 08:00

Ирҙең ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған

Иртәнге Приют - Өфө электричкаһында ҡапыл бер ир аңын юғалта. Уның эргәһендә ауырлы ҡыҙы ла була. Атаһына нисек ярҙам итергә белмәй, ул асырғанып ҡысҡыра башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вагонда ярҙамға килеүсе табылмай...

Ирҙең ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған
Ирҙең ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған

Шул саҡта бәләгә тарыған ғаиләгә күрше вагондан Зәбир исемле 4-се курс студенты ярҙамға килә. Ул медицина университетында уҡый икән.

Егет тиҙ һәм дөрөҫ итеп беренсе ярҙамды күрһәтә. Һәм алдағы Шишмә станцияһында көтөп торған "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте табиптарына барып еткәнсе ирҙе ҡарауыллап, хәлде контролдә тота.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығына һөйләүенсә, 20 йәшлек Зәбир Ғосамов Аксендан баш ҡалаға уҡырға китеп барған. Ярҙам һорап ҡысҡырғастары, тауыш килгән яҡҡа йүгерә. Оло йәштәге ирҙең ныҡ тирләүен һәм ҡан тамыры тибеше көсәйеүен күреп, уның йөрәгенә бәйле проблемаһы булыуын һиҙенә. Ирҙең ҡыҙы ла был фаразды дөрөҫләй.

Ҡул аҫтында бер нәмә лә булмағас, Зәбир ирҙе ултырғыстарға ятҡырып, аяҡтарын өҫкә күтәрә. Шул рәүешле кешенең башына ҡан, тимәк, аңға килтергә булышлыҡ иткән кислород та күберәк бара. Пассажирҙар ҡайҙандыр нашатырь спирты таба, уны еҫкәткәс, ир аңына килә. Бәхеткә күрә, уның сәләмәтлегенә бәйле дарыуҙары була, егет берәүһен иргә бирә.

Шишмә станцияһында ҡаршы алған фельдшер Зәбиргә бөтәһен дә дөрөҫ эшләгәнен әйтә. Ысынлап та, ул мәлгә ир үҙен күпкә яҡшыраҡ тойған була.

Кеше ғүмерен ҡотҡарған изге күңелле һәм ҡыйыу буласаҡ табипҡа "афарин!" тиергә генә ҡала.

Фото: БашДТП, Telegram, "Башинформ" һәм З. Ғосамовтың шәхси архивынан.

Ирҙең ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған
Ирҙең ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: