Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
4 Декабрь , 11:00

84 йәшлек инәй ете тапҡыр МХО биләмәһенә барып ҡайтҡан

"Иртәнсәк киләм, уларҙы йыуындырам: еүеш сепрәк менән биттәрен, ҡулдарын һөртәм, ашатам. Унан инде палаталарҙы, коридорҙарҙы йыуам, шунан төшкө, киске аштарҙы ашатам", - тип һөйләй ҡыйыу, тәүәккәл ирекмән Байрамбикә Хәмитова. Әйткәндәй, уны Силәбе яҡтарында халыҡ табибы булараҡ та яҡшы беләләр, был шөғөлө лә МХО биләмәһендә ярап ҡала... 

84 йәшлек инәй ете тапҡыр МХО биләмәһенә барып ҡайтҡан
84 йәшлек инәй ете тапҡыр МХО биләмәһенә барып ҡайтҡан

Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Гөлнур Ишбулатова Силәбе районына командировка барышында иҫ киткес ҡыйыу, һоҡланғыс милләттәшебеҙ менән танышып, уның тураһында ҡыҙыҡлы сюжет әҙерләгән.

84 йәшлек Байрамбикә Хәмитова ете тапҡыр (!!) ирекмән булараҡ махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтҡан. Был хаҡта Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙҙы.

“Силәбелә йәшәүсе Байрамбикә инәй Хәмитова 84 йәштә махсус хәрби операцияһы биләмәһенә 7 (‼) тапҡыр барған.

Илһөйәр рухлы инәй сығышы менән Ҡурған өлкәһе Сафакүл районынан. Донъя ауырлыҡтарын күргән, 14 йәштән тракторҙа эшләгән, яңғыҙы 5 баланы аяҡҡа баҫтырған.

Ҡыҙғанысҡа күрә, 2023 йылда улы Факил Хәмитов махсус хәрби операцияла батырҙарҙарса һәләк булды. Шул осорҙан Байрамбикә инәй Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында госпиталдәрҙә ятҡан егеттәргә ярҙам күрһәтә.

7 декабрҙә ул тағын юлға сыға. Тыуған илгә һөйөү, тоғролоҡ һәм ҡурҡыу белмәҫ һыҙаттар ата- бабалар рухынан киләлер. Ватандашыбыҙға аҡ юлдар теләйек!” – тип яҙҙы Әлфир Байымов.

Тележурналист Гөлнур Ишбулатова әҙерләгән сюжетта Байрамбикә инәй үҙенең ни өсөн МХО биләмәһенә йөрөүе хаҡында һөйләне.

Улы Факил 57 йәшендә хәрби контракт төҙөм ил һағына баҫа. “Балалар, йәш малайҙар үлә, мин дә барам”, – ти ул әсәһенә. “Ярай, балам, улайһа мин дә ярҙамға барам”, - ти әсә, әммә өлгөрмәй, улы һәләк була. Шулай ҙа көслө рухлы Байрамбикә инәй уйынан кире ҡайтмай, ирекмән булараҡ, МХО биләмәһенә юллана һәм госпиталдәге яралы һалдаттарға ярҙам итә.

– Иртәнсәк киләм, уларҙы йыуындырам: еүеш сепрәк менән биттәрен, ҡулдарын һөртәм, ашатам. Унан инде палаталарҙы, коридорҙарҙы йыуам, шунан инде төшкө, киске аштарҙы ашатам, - тип һөйләй ҡыйыу, тәүәккәл ирекмән ханым. Әйткәндәй, уны Силәбе яҡтарында халыҡ табибы булараҡ та яҡшы беләләр, был шөғөлө лә МХО биләмәһендә ярап ҡала. 

“Байрамбикә ханым махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ аҡсаһына йөрөй, хатта алтын биҙәүестәрен дә һата”, - ти тележурналист Гөлнур Ишбулатова.

Ошо көндәрҙә Байрамбикә Хәмитова тағы МХО биләмәһенә ҡарай юлға сыға. Ҡыйыу, изге йөрәкле милләттәшебеҙгә хәйерле сәфәр теләйек.

Сығанаҡ: Гөлнур Ишбулатова (https://vk.com/id412066621)

84 йәшлек инәй ете тапҡыр МХО биләмәһенә барып ҡайтҡан
84 йәшлек инәй ете тапҡыр МХО биләмәһенә барып ҡайтҡан
84 йәшлек инәй ете тапҡыр МХО биләмәһенә барып ҡайтҡан
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: