Рәсәй Геройы – Башҡортостан егете Максим Радик улы Рыбаков 1990 йылдың ғинуарында Белорет районының Үрге Арша ҡасабаһында донъяға килгән. Екатеринбург Суворов хәрби училищеһында, В.Ф. Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа-десант команда училищеһында уҡый, Костромала парашют-десант удар полкында хеҙмәт итә, бер нисә тапҡыр Сүриәгә бара, Поляр түңәрәк артында дивизия подразделениеларының уҡыу десантында ҡатнаша. 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияға юллана.
2022 йылдың июнендә ҡаты яралана, госпиталдә оҙаҡ дауаланғандан һуң, һауығыу осоронда, ул йәш яугирҙәрҙе өйрәтә, ә 2023 йылдың башында үҙ зонаһына парашют-десант батальоны штабы начальнигы, ә һуңыраҡ шул уҡ дивизияның тергеҙелгән Кутузов орденлы 299-сы гвардия парашют-десант полкының беренсе парашют-десант батальоны командиры итеп тәғәйенләнә. Ҡаһарманлыҡ ордены һәм бер нисә миҙал менән бүләкләнә.
2024 йылдың 2 февралендә Украина ҡораллы көстәре частары уның батальоны тотҡан позицияларҙы баҫып алырға маташа. Максим Рыбаков ҡамауҙан шәхси составты юғалтыуҙарһыҙ алып сыға, әммә үҙе ҡаты яраланып һәләк була. Тыуған илебеҙ һәм хәрби хеҙмәттәштәре өсөн йәнен аямаған ҡаһарман Белорет ҡалаһына алып ҡайтып ерләнә. Үлгәндән һуң уға Рәсәй Геройы исеме бирелә.
Быйылғы йылдың 18 декабрендә Екатеринбург Суворов хәрби училищеһында уны 1990, 2008 йылдарҙа тамамлаған Рәсәй Геройҙары генерал-лейтенант Сергей Витальевич Мильчаков һәм капитан Максим Радик улы Рыбаковтың барельефтарын асыуға арналған тантана үткән.
Тантаналы сарала Рәсәй Федерацияһы Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Артем Жога, Үҙәк хәрби округ командованиеһы, Геройҙарҙың туғандары һәм курсташтары, махсус хәрби операция ветерандары, икенсе һәм алтынсы рота тәрбиәләнеүселәре ҡатнашҡан. Был хаҡта беҙгә яҡташыбыҙҙың әсәһе – Лена ханым хәбәр итте.