Геройҙар дәүере
24 Декабрь 2024, 15:25

Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт

24 декабрҙә Өфөлә Рәсәй Именлек Советы Рәйесе Урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең Медицина реабилитацияһы һәм дауалау үҙәгендә булды.

Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәтХеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт
Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт

24 декабрҙә Өфөлә Рәсәй Именлек Советы Рәйесе Урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең Медицина реабилитацияһы һәм дауалау үҙәгендә булды.

Үҙәктә МХО ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына стационар ярҙам күрһәтәләр һәм заманса тергеҙеү технологияларын ҡулланып реабилитациялайҙар. Медицина учреждениеһында үҙәк нервы системаһы һәм терәк-хәрәкәт аппараты патологияһы булған пациенттар өсөн бүлектәр бар. Шулай уҡ бында көндөҙгө стационар эшләй.

Дмитрий Медведев, Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров үҙәк эшмәкәрлеге менән танышты, палаталарҙы, дауалау физкультураһы һәм ароматерапия залдарын, стабилометрик платформа кабинетын, сенсор бүлмәһен ҡараны. 2022 йылдан алып госпиталдә бөтәһе 1 225 махсус хәрби операция ҡатнашыусыһына медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең баш табибы Азат Рәхмәтуллин һөйләүенсә, процедуралар комплексы физиотерапияның бөтә төрҙәрен, ЛФК, тренажер залында күнекмәләрҙе, медицина массажын, механотерапияны, психологик тынысландырыу ысулдарын, шулай уҡ һыу һәм ләм дауаһын, галокамераны, ҡоро углеводород ванналарын үҙ эсенә ала.

Дмитрий Медведев бында дауаланған хәрбиҙәр менән аралашты, уларға хәрби бурысын үтәгәндәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Рәсәйҙең дәүләт наградаларын тапшырҙы.

 - Һеҙ барығыҙ ҙа төрлө йәштә, шулай ҙа Тыуған илебеҙҙең, республикағыҙҙың саҡырыуына яуап биреп, яуға киттегеҙ. Башҡарған эштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Дмитрий Медведев. - Яҡындарығыҙға сәләм һәм иң яҡшы теләктәрҙе еткерегеҙ. Яңы йылды яҡшы ҡаршылағыҙ, сәләмәт булығыҙ. Хеҙмәтегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙәктә юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм яугирҙәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләне.

***

Госпиталдең филиалына барғандан һуң Дмитрий Медведев хәрбиҙәрҙең, алған яраларына ҡарамаҫтан, күтәренке рухта булыуҙарын һәм хәрби кәйефте һаҡлап ҡалыуҙарын билдәләне, табиптарға емешле эше өсөн рәхмәт әйтте.

Фото һәм мәғлүмәт: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/188441.html

 

 

Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт
Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт
Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт
Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт
Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт
Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт
Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт
Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас