Башҡортостанда, тотош илдәге кеүек үк, меңдәрсә ирекмән маскировка селтәре үрә, кейем-һалым һәм экипировка тегә, блиндаж шәмдәрен ҡойа, дрондар йыя, туҡмас ҡырҡа, ит быҡтыра... Ошо ғәйәт ҙур командала гуманитар ылау ирекмәндәре айырым урын биләй.
«Яугирҙәргә йыйылған ярҙамды еткереү өсөн ирекмәндәр ай һайын һыҙат артына сыға. Улар ваҡыт менән дә иҫәпләшмәй, сөнки төп эште берәү ҙә туҡтатмаған; матди сығымдарға ла әһәмиәт бирмәй, сөнки унһыҙ бер сәфәргә лә юлланып булмай; уларҙы үҙ ғаиләләренә иғтибар бүлеп еткермәү ҙә туҡтатмай. Автоволонтерҙар ярҙамды окоптарға алып барып еткереү өсөн йыш ҡына ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Адреслы ярҙам йыйыуҙы даими ойоштора, подразделениелар менән бәйләнеш тота, башҡа ирекмәндәр берләшмәләре менән хеҙмәттәшлек итә. Тағы ла киләһе сәфәргә машиналарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк, сөнки, тәжрибә күрһәтеүенсә, кешеләр күтәрә алғанды ҡайһы берҙә техника ла күтәрә алмай», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ фронты етәксеһе Виталий Брыкин.
Бер төркөм фекерҙәштәр, Халыҡ фронты партнерҙарының эшмәкәрлеге махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылған бер нисә ҡап башҡорт балынан башланды. 100-ҙән ашыу әүҙемсене туплаған берләшмә ай һайын алғы һыҙыҡҡа 7 тонна самаһы ярҙам еткерә.
«2022 йылдың апреленән беҙҙең төркөм махсус хәрби операция биләмәһенә 35 тапҡыр барып ҡайтты, ә 2024 йылдың декабренән гуманитар ылау Курск һәм Белгород йүнәлешенә лә оҙатыла башланы. Хәрби подразделениеларға, шулай уҡ хәрби подразделениелар составындағы медицина учреждениеларына һәм медицина частарына ярҙам итәбеҙ. Урындағы халыҡҡа ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Луганск, Перевальск һәм Антрацит балалар йорттарына, Луганск район балалар дауаханаһы ҡарамағындағы Сурдология һәм логопедия ярҙамы үҙәгенә, Луганскиҙағы Александр Невский ғибәҙәтханаһына йөрөүселәргә ярҙам күрһәтәбеҙ», – тине фекерҙәштәр төркөмөнөң координаторы Андрей Лукьянов.
Медицина ҡорамалдары, дарыуҙар, экипировка, шәхси гигиена әйберҙәре, ҡиммәтле техника, махсус элемтә сараларынан тыш, ирекмәндәр яугирҙәргә әүҙемселәр үҙҙәре аҡса йыйып һатып алған, шулай уҡ Халыҡ фронты һәм ябай граждандар бушлай тапшырған 20 берәмек транспорт техникаһын тапшырҙы.
«Бер тапҡыр һыҙат артына барып, яугирҙәр менән осрашһаң, унда ҡабат бармай булдыра алмайһың. Әлеге ваҡытта окопта ултырған егеттәргә беҙҙең ярҙам кәрәк, улар тылдың ышаныслы һәм көслө икәнен белергә тейеш. Ил һаҡсыларына ярҙам итеү – беҙҙең өсөн намыҫ эше, еңеүгә индергән өлөшөбөҙ», – тине «Za Победу» фекерҙәштәр төркөмө координаторы Азамат Ғилмуллин.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.