Геройҙар дәүере
12 Февраль 2025, 12:30

"БПЛА ояһын" туҙҙырған

Бер алышта ул етди яралана һәм хәҙер Мәскәүҙә госпиталдә ята.

"БПЛА ояһын" туҙҙырған"БПЛА ояһын" туҙҙырған
"БПЛА ояһын" туҙҙырған

Салауат районының Мәсетле ауылынан Даян Нурыев МХО барышында батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм профессионализм күрһәтә. "Лысый" позывнойлы яугир һәм уның артиллерия расчеты 2025 йылдың ғинуарында ВСУ ҡарамағындағы БПЛА пунктын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Был хаҡта яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән подразделение командованиеһы хәбәр итте.

Прапорщик Даян Нурыев 2023 йылдың авгусында Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ошо ваҡыттан алып алғы һыҙыҡта дошмандың ҡәлғәләрен һәм траншеяларын, БПЛА пункттарын һәм тере көстәрен юҡ итеү буйынса бик мөһим заданиеларҙы үтәй.

Ул сығышы менән Мәсетле ауылынан, элек Көҫәпәй ауылында йәшәгән. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул бик яҡшы физик формала һәм хеҙмәттәштәре араһында ихтирам һәм абруй ҡаҙанған. Ул ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә яуаплы ҡарай, иптәштәре уны ҡыйыулығы өсөн "батыр йөрәкле" тип атай.

...Гаубицалы артиллерия дивизионы дошман көстәрен (блиндажлы окоптарҙы, күҙәтеү пунктарын һәм йәшерен пехотаны) юҡ итеү буйынса хәрби задание үтәй. 19 ғинуарҙа беҙҙең БПЛА взводынан билдәле бер квадратта дошман дрондары менән идара итеү пункты табылыуы тураһында координаттар килә. Дежур расчет, уның составында прапорщик Даян Нурыев та була, бер нисә минут эсендә кәрәкле нөктәне таба. Яугир Д-30 орудиеһын тиҙ һәм оҫта зарядлай. Расчеттың килешеп эш итеүе һөҙөмтәһендә дошмандың БПЛА идара итеү пункты юҡ ителә.

"Лысый" позывнойлы яугир Кременная ҡалаһы янында иң ҡыҙыу алыштарҙа ҡатнаша. Бер яуҙа ул етди яралана һәм хәҙер Мәскәүҙә госпиталдә дауалана. 1 февралдә уның юбилейы - 60 йәше булды. Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм уға һауығыуын һәм Ватанды һаҡлаусылар сафына ҡайтанан баҫыуын теләйбеҙ.

Сығанаҡ: https://na-zemle-salavata.com/news/novosti/2025-02-10/boets-iz-salavatskogo-rayona-bashkirii-unichtozhil-vrazheskiy-punkt-upravleniya-bpla-4115697

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас