– Был йөнтәҫ бесәй беҙгә Луганск Халыҡ Республикаһының Попасная ҡалаһындағы бәрелештәр мәлендә килеп эләкте. Хужабикәһе оло ғына йәштәге әбей ине. Хәүефһеҙ ергә күсенергә ҡарар иткәс, бесәйен һалдаттарға ҡалдырып киткән.
“Николай” беҙҙең дуҫҡа, ярҙамсыға, хатта яуҙашҡа әүерелде, тиергә була. Ул күпләп сысҡан тотто, ә яу барған ерҙәрҙә улар бик күп. Бесәйҙе һыйпап ултырып алһаң, күңел дә тынысланған һымаҡ булып ҡала.
Мыраубай беҙҙең менән ташландыҡ йорттарҙа ла, блиндаждарҙа ла йәшәне. Бигерәк тә бер яуҙашыбыҙға ныҡ эйәләште. Яугир ҙә уға эҫенде һәм, отпуск мәле еткәс, бесәйҙе үҙе менән Ростов өлкәһенә алып ҡайтып китте. Шулай итеп, Луганск бесәйе хәҙер тыныс ерҙә рәхәтләнеп йәшәп ята, – ти ветеран.
Был тарихты Александр Яковлевич Республика Хәрби Дан музейында уҙған осрашыуҙа мәктәп уҡыусыларына һөйләне. Үҙе 2022 – 2023 йылдарҙа махсус хәрби операцияла контракт буйынса хеҙмәт иткән. Әлеге мәлдә ҡабаттан тыныс тормошҡа яраҡлашырға, элекке эшенә өйрәнеп китергә тырыша, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша.
– Тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, изгелекле һәм кеселекле булып ҡалырға, дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә кәрәк. Балаларға шул хаҡта аңлатырға тырышам, – ти Александр Илтуғанов.
ҺҮРӘТТӘРҘӘ: 1. Александр Илтуғанов "Николай" ҡушаматлы бесәй менән.
2. Махсус хәрби операция ветераны Республика Хәрби Дан музейында балалар алдында сығыш яһай.
3. Беҙҙең яугирҙәр берәҙәк йорт хайуандарын ауыр хәлдә ҡалдырмай, уларҙы ашатып, хәстәрләп тора.
Фотолар Александр Илтуғановтың шәхси альбомынан алынды.