Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
14 Февраль 2025, 19:05

Батырыбыҙ Фәнис Хөсәйеновҡа ҡарарға килегеҙ!

Алдашмай, ҡабартмай яҙҙым, ти автор. Нисек килеп сыҡты икән?..

Батырыбыҙ Фәнис Хөсәйеновҡа ҡарарға килегеҙ!
Батырыбыҙ Фәнис Хөсәйеновҡа ҡарарға килегеҙ!

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан, 20-21 февралдә Өфөлә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған "Бер ғүмер етмәй икән..." спектакленең премьераһы була. Ул журналист, яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштерелә.

Билдәле булыуынса, Мөнир Ҡунафин, хәбәрсе булараҡ, махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға ла барып ҡайтты, батыр йөрәкле, ҡыйыу яугиребеҙ Фәнис Хөсәйеновтың тыуған яғында булып, әсәһе, туғандары, ауылдаштары менән дә аралашты. Былар һөҙөмтәһендә күп кенә юлъяҙмалар яҙҙы, очерктар ижад итте.

Әле яҙыусы, журналист: "СВО-ла нимә күрҙем, нимә кисерҙем - шуны яҙҙым. Һыҙланып, тетрәнеп, һоҡланып, илап яҙҙым. Хәл-ваҡиғалар, геройҙар тәү ҡарашҡа уйлап сығарылған кеүек булһа ла, уларҙы минең юлъяҙмаларҙан табырға була. Халыҡ батыры "безбашенный" Фәнис Хөсәйеновты ла, Герой Илдар Суфийәровты ла, "Историк", "Шаман", "Боцман","Иман", "Мырҙа", "Ханыч" һәм башҡа "брат"тарымды ла танырға була. Миңә уларҙың һәр береһе ҡәҙерле. Шуға аңлап, алдашмай, ҡабартмай ижад иттем", - тип яҙған.

Барайыҡ, ҡарайыҡ. Тағы бер тапҡыр геройҙарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алайыҡ.

Фото: https://vk.com/bashkortostanim

 

Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас