МХО-лағы егеттәргә 23 февралгә күстәнәс итеп ебәрергә Надежда Мырҙагәрәй ҡыҙы Дәүләтованың шәхси предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре 70 килограмлыҡ сәк-сәк әҙерләгән.
Был хаҡта беҙгә Шаран районы ҡатын-ҡыҙҙары рәйесе Ләйсән Ғибәтова хәбәр итте.
“Дүртөйлө ауыл советы халҡы әлеге ваҡытта яраланып госпиталдә дауаланған яугирҙәребеҙгә дәррәү күтәрелеп башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа әҙерләне. Улар өсөн үҙ ҡулдарыбыҙ менән операциянан һуң кейергә эске кейемдәр тектек. Яугирҙәребеҙ һораған башҡа кәрәкле әйберҙәр ҙә хәстәрләнде һәм беҙ юлға йыйынабыҙ. Ылауыбыҙ уларға ҡаршылыҡһыҙ барып етер һәм ғәзиздәребеҙ тиҙерәк имен-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтыр тип ышанабыҙ!” – тине ул. Хәйерле сәфәр булһын, изге юлдар Һеҙгә!