Кисә, 24 мартта, махсус хәрби операция биләмәһендә бер юлы өс Рәсәй журналисы һәләк булған. Улар – хәрби хәбәрселәр – “Звезда” телеканалы операторы Андрей Панов, съемка төркөмө водителе Александр Сиркели һәм “Известия”ның журналисы Александр Федорчак.
Был фажиғәле ваҡиға тураһында Луганск Халыҡ Республикаһы башлығы Леонид Пасечник үҙенең телеграм-каналында яҙып сыҡты. Украина ҡораллы көстәре Кременский муниципаль округын артиллерия утына тотҡан саҡта алты кеше һәләк булған. Шулай уҡ 14 йәшлек бер үҫмерҙең снаряд ярсығынан яраланыуы билдәле.
Журналистарҙың машинаһына махсус рәүештә тоҫҡап атҡандар, тип хәбәр иткән “Звезда” телеканалы.
Үкенескә ҡаршы, һуғыш бер кемде лә аямай, махсус хәрби операция барышын яҡтыртҡан коллегаларыбыҙ араһынан һәләк булыусылар быға тиклем дә ярайһы уҡ булды. Әле бына кисә бер юлы өс хәрби журналистың ғүмере өҙөлдө. Уларҙан тыш, тағы ике хәбәрсенең ауыр яраланыуы тураһында ла хәбәр бар.
Беҙ һәләк булған коллегаларыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фотоколлаж: aif.ru (социаль селтәрҙәге фотоларҙы файҙаланып).