Геройҙар дәүере
10 Апрель 2025, 07:30

“Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар тест үтте

Был программала ҡатнашыуға 2026 кеше ғариза биргән. 

“Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар тест үтте“Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар тест үтте
“Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыусылар тест үтте

2025 йылдың 8 апрелендә “Башҡортостан геройҙары” программаһының икенсе этабы тамамланды – быға тиклем теркәлеүгә ғариза биргән ҡатнашыусылар тест үтте. Әле уларҙың эштәре баһалана, тип һөйләнеләр программаның ойоштороу комитетында.

Киләһе этап – әңгәмәләшеү 14 апрелдә башлана һәм 12 майға тиклем дауам итә. Тест этабы кеүек, әңгәмә онлайн режимда үтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостан геройҙары” – МХО ветерандары һәм унда ҡатнашыусылар өсөн программа, ул – “Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы.

– “Башҡортостан геройҙары” программаһын Владимир Владимирович Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнек. Уның маҡсаты – яугирҙәребеҙҙе төбәктең идара итеү командаһында – дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, республика предприятиеларында эшләү өсөн әҙерләү. Уларҙың баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе, шәхси сифаттары, Тыуған илгә хеҙмәт итеү теләге тыныс тормошта ла талап ителә. Был егеттәр – илебеҙҙең терәге, – тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров.

“Башҡортостан геройҙары” программаһында ҡатнашыуға 2026 кеше ғариза биргән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас