Геройҙар дәүере
26 Май 2025, 10:45

"Илама, әсәй" тигәйнең дә...

Артурҙы йырҙарын яратҡайныҡ. "Илама, әсәй", "Аҡҡоштар", "Һөйөү оса йондоҙҙарға"...

"Илама, әсәй" тигәйнең дә..."Илама, әсәй" тигәйнең дә...
"Илама, әсәй" тигәйнең дә...

Артур Ғәҙелшин тәбиғәте менән музыкант ине. Чечен һуғышын үткән Баймаҡ районының Бетерә ауылы егете махсус хәрби операцияға киткәйне. Шул саҡта беҙ уның ижады менән таныштыҡ. 

Айджий псевдонимын алған һәүәҫкәр музыкант-композиторҙың "Илама, әсәй", "Аҡҡоштар", "Һөйөү оса йондоҙҙарға", "Кире ҡайтырмын" йырҙары күңелдәргә үтеп инде. Ә инде "Башҡортостан егеттәре" тигәне МХО-лағы бөтә яугирҙәребеҙҙҙең гимны кеүек яңғыраны.

МХО-нан ул видеолары аша хәрби тормош менән таныштырып барҙы. Улар аша кешеләр егеттең етди яугир икәнен дә, йор һүҙле башҡорт Үлмәҫбайы икәнен дә күрҙе. 

Артур II дәрәжә "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнеп, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ла ҡайтып китте. Үҙе уҡыған Сибай педагогия колледжында ла булған, уҡытыусылары менән осрашҡан.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һигеҙ ай элек ул хәбәрһеҙ юғалды. Һәм бына уның йәне тыныслыҡ табасаҡ. 

Тыныс йоҡла, яугир! Ата-әсәһенә сабырлыҡ теләйбеҙ.

Фото: социаль селтәрҙән.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас