Геройҙар дәүере
1 Июнь 2025, 09:25

“Геройҙар ваҡыты”ның икенсе ағымы уҡый башлай

Башҡортостандан Президент программаһында ҡатнашыусы Оскар Ситдиҡов ниндәй фекерҙәре менән уртаҡлашты? 

“Геройҙар ваҡыты”ның икенсе ағымы уҡый башлай“Геройҙар ваҡыты”ның икенсе ағымы уҡый башлай
“Геройҙар ваҡыты”ның икенсе ағымы уҡый башлай

Бер йыл элек “Геройҙар ваҡыты” президент программаһы эш башланы. Белеүебеҙсә, был башланғыс – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн белем биреү кадрҙар проекты.

Программаға Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе барышында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин старт бирҙе. «Ысын элита – ул Рәсәйгә хеҙмәт итеүселәр, улар – хеҙмәтсәндәр һәм яугирҙар, ышаныслы, Рәсәйгә тоғролоғон эше менән иҫбатлаған кешеләр», – тине Президент.

Программала ҡатнашыуға бөтәһе 65 меңдән ашыу ғариза бирелгән. Беренсе ағымда уҡыуға 83 кеше алынған, улар араһында 21 Рәсәй Геройы бар. Һайлап алыуҙы үткәндәрҙең һәр береһе реаль хәрби тәжрибәгә һәм идара итеү потенциалына эйә.

Программала 73 остаз ҡатнашҡан. Улар араһында – Президент Хакимиәте вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, федераль ведомстволар етәкселәре, ил төбәктәре башлыҡтары, дәүләт корпорациялары директорҙары. Лекцияларҙың старт блогы «Еңеүҙең 50 йыллығы» атом боҙватҡысында үтте.

Бөгөн 40-тан ашыу ҡатнашыусы яуаплы вазифаларға тәғәйенләнгән. Улар дәүләт власы органдарында, ведомстволарҙа эшләй, мөһим проекттар өсөн яуаплы.

2025 йылдың июнендә, йәғни ошо көндәрҙә «Геройҙар ваҡыты» программаһының икенсе ағымын уҡытыу башлана.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Геройҙар ваҡыты» федераль программаһында ҡатнашыусы Оскар Ситдиҡов менән осрашты.

МХО ветераны Радий Хәбировҡа Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһының төбәк бүлексәһен булдырырға ҡарар иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ойошманың МХО-ла ҡатнашыусыларҙы республиканың йәмәғәт тормошона йәлеп итергә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә яңы юлдар асыуын билдәләне.

"Төп маҡсатыбыҙ – махсус операция ветерандарының хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, – тине Оскар Ситдиҡов. - Өс ай эсендә 300-ҙән ашыу кеше эшләгән ойошма ағзалары республика мәнфәғәтенә бик күп файҙалы эштәр башҡарҙы. Беҙ йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә ҡатнашабыҙ, гуманитар миссиялар үткәрәбеҙ, ирекмәндәр менән бергә мәҙәни программалар ойошторабыҙ, яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү сиктәрендә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары менән берлектә эшләйбеҙ”.

Белорет районында тыуып үҫкән Оскар Ситдиҡов Ҡаһарманлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендарына, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булған. 2024 йылдың июлендә хәрби хеҙмәткәр «Геройҙар ваҡыты» президент программаһында ҡатнаша, әле ул республика Башлығы етәкселегендә Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә стажировка үтә.

Фото: vk.com/vremyageroev2024 һәм bashkortostan.er.ru

“Геройҙар ваҡыты”ның икенсе ағымы уҡый башлай
“Геройҙар ваҡыты”ның икенсе ағымы уҡый башлай
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас