

Махсус хәрби операция башланғандан алып Баймаҡ районының Таулыҡай ауылы халҡы яугир егеттәргә төрлөсә ярҙам күрһәтергә тырыша, ауылда ирекмәнлек эше киң йәйелдерелгән.
– Был юҫыҡта беҙҙең ауыл алдынғылар рәтендә. Яугирҙәребеҙгә гуманитар ылау даими рәүештә ебәрелә, ауылдаш яугирҙәрҙе һәм уларҙың ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмайбыҙ.
Изге эшкә ҡушылып, ошо көндәрҙә Йәмилә инәй Исхаҡова улы Айҙар Йәҙгәр улы менән МХО-ға ярҙам йөҙөнән "Урал" мотоциклын тапшырҙы. Айҙар ағай ауылдың ир-егеттәре Шамил Үҙәнбаев, Азамат Ғәлин, Илнур Мөхәмәтов менән берлектә мотоциклды тейешенсә ремонтлап, фронтҡа әҙерләне. Бөгөн иһә техника, "Беҙ – бергә" Баймаҡ ирекмәндәр ойошмаһына алып барып тапшырылды, – тип һөйләне Таулыҡай ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлназ Сәғәҙәтова.
Яуҙа бер техника ла артыҡ түгел. Һалдаттар белдереүенсә мотоциклдар яу яланынан яралыларҙы тиҙ арала алып сығыу өсөн бик кәрәк.
"Ярҙамыбыҙ кәрәкле урынға барып етеп, егеттәребеҙҙе һаҡлап, уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына булышлыҡ итһен”, - тип изге теләктәрен еткерә ағинәй Йәмилә Сөләймән ҡыҙы. Афарин Исхаҡовтар!
Әйткәндәй, был техника бөгөн, 7 июндә, Баймаҡ районының Һабантуйында парадта үтәсәк. Артабан ул МХО биләмәһенә юл аласаҡ.
Фотолар: Таулыҡай ауыл хакимиәтенән.