

“Беҙ Мәләүез ирекмәндәре менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был юлы ла улар маскировка селтәрҙәре менән ярҙам итте. Республика халҡының күрһәткән ярҙамын, мөнәсәбәтен яугирҙәр яҡшы тойорға тейеш”, - тине, машина кабинаһына тултырып гуманитар ярҙам тейәп йөрөгән ваҡытта биш минуттай әңгәмәләшергә форсат тапҡан ирекмән.
Яуҙа уның “Сталин” ҡушаматлы ҡустыһы йөрөй. Шулай уҡ достоваловсылар батальонында “Худой”, “АБЗ”, "Гриша” позывнойлы яҡташтары алыша. Тыуған яҡтан килгән ярҙам уларҙың рухын күтәрә.
Махсус хәрби операция биләмәһенә ирекмәндең беренсегә генә барыуы түгел. Себерҙә эшләп, ялға ҡайтҡан арала үҙ аҡсаһына алған халыҡ телендә йөрөгән “буханка” машинаһын, һуңғараҡ ирекмәндәр йыйған аҡсаға “Нива” һатып алып, штурмлаусы яугирҙәргә тапшырған.
Илһөйәр Ейәнсура егете күрше Ырымбур өлкәһе, Һарыҡташ районына ҡараған “Ырымбур казактары” йәмғиәтендә лә тора, улар бергәләшеп сит өлкәлә лә гуманитар ярҙам йыйыу эшен әүҙем йәйелдергән.
Ғаяз Ҡолоев кеүек рухлы, илһөйәр яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!