Геройҙар дәүере
12 Июнь 2025, 22:55

Әнүәр Нурғәлиев оло ҡайғы кисерә

Апрель айында тоғро тамашасыларының береһе йырсыны иртә менән уятҡайны...

Әнүәр Нурғәлиев оло ҡайғы кисерәӘнүәр Нурғәлиев оло ҡайғы кисерә
Әнүәр Нурғәлиев оло ҡайғы кисерә

Апрелдә йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең үҙенең бер тамашасыһын ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатҡанын яҙғайныҡ. 

Ул әйтеүенсә, Азамат уны иртәнге сәғәт 8-се яртыла шылтыратып уятҡан. "Мине оҙата алаһыңмы?" - тигән ул. Йырсы 10 минуттан кәрәкле ерҙә булған да инде. 

"Ябай ауыл егете, тоғро тамашасым минең килеүемә бик һөйөндө. Кешегә бәхет өсөн күп кәрәкмәй" - тигән ине Әнүәр Нурғәлиев.

Әле килеп, йырсы ошо яугирҙең һәләк булғанын белдергән. «Азаматик, туғаным. Ышанып булмай. Ул шул тиклем минең оҙатып ҡалыуымды теләгәйне. Ә мин бит уны ул саҡта белмәй ҙә инем. Һине мәңге хәтеремдә тотасаҡмын», — тип яҙған артист, — «Ул ысын яугир. Был уның һуңғы отпускыһы булған икән. Их, белһәмсе ул саҡта...»

Фото: социаль селтәрҙәге видеонан скриншот.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас