Геройҙар дәүере
14 Июнь 2025, 17:45

Улар ысын ир-егеттәр һәм патриоттар тәрбиәләгән

Радий Хәбиров Бүздәк районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең  ғаиләләренә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы 

Улар ысын ир-егеттәр һәм патриоттар тәрбиәләгәнУлар ысын ир-егеттәр һәм патриоттар тәрбиәләгән
Улар ысын ир-егеттәр һәм патриоттар тәрбиәләгән

Бөгөн, 14 июндә, Бүздәктә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бүздәк районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған Александр Овод, Алик Хубаев, Илмир Ғималетдинов, Эмиль Ғәлиуллин, Фларит Ғәлин, Азат Атнабаев, Айҙар Мәхмүтов, Эдуард Дистанов, Айҙар Мәхмүтов, Руслан Кашапов һәм Рәмил Ҡотошевтың ғаиләләре менән осрашты.

Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм уларға генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.

– Атай-әсәйҙәргә рәхмәт, һеҙ ысын ир-егеттәр һәм патриоттар тәрбиәләгәнһегеҙ. Егеттәр үҙ ғүмерҙәрен Тыуған ил өсөн бирҙе. Улар – беҙҙең геройҙар һәм улар мәңгегә беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ мотлаҡ яугирҙәрҙең ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Ә махсус хәрби операция тамамланғас, Өфөлә һәләк булған Башҡортостан яугирҙәре иҫтәлегенә мемориал ҡуясаҡбыҙ. Райондарҙа ла хәтерҙе мәңгеләштереү буйынса эш алып барасаҡбыҙ – обелисктар һәм аллеялар барлыҡҡа киләсәк.

Башҡортостан Башлығы төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын, ә район хакимиәттәренең һәр ваҡыт хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сығанаҡ: glavarb.ru

Улар ысын ир-егеттәр һәм патриоттар тәрбиәләгән
Улар ысын ир-егеттәр һәм патриоттар тәрбиәләгән
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас