Геройҙар дәүере
17 Июнь 2025, 13:30

Геройҙарҙың әсәләре тураһында ла хәстәрлек күрелә

Ауыр юғалтыуға ҡарамаҫтан, ике әсәй ҙә – Ира Жуматдинова һәм Фәриҙә Хисмәтуллина – үҙ һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә һәм бер-береһенә ярҙам итергә көс таба. 

Геройҙарҙың әсәләре тураһында ла хәстәрлек күреләГеройҙарҙың әсәләре тураһында ла хәстәрлек күрелә
Геройҙарҙың әсәләре тураһында ла хәстәрлек күрелә

«Ватанды Һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары үҙ ҡарамағындағы яугир-ветерандарға ярҙам сараларын тәғәйенләү, юридик һәм медицина ярҙамы, хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын алыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға бәйле федераль һәм төбәк түләүҙәре кеүек мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Ветерандарҙың һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды шифахана-курорт дауалауын алыуҙа ла ярҙам күрһәтә.

Бөрө районынан социаль координатор Анжела Звонкова улдары батырҙарса һәләк булған ике әсәйгә республиканың «Танып» шифаханаһында ял итеү өсөн юллама алырға ярҙам итте.

Ауыр юғалтыуға ҡарамаҫтан, ике әсәй ҙә – Ира Жуматдинова һәм Фәриҙә Хисмәтуллина – үҙ һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә һәм бер-береһенә ярҙам итергә көс таба. Улар шифахана бик оҡшай: уңайлы шарттар, тәмле туҡланыу, изге күңелле персонал һәм төрлө процедуралар уларға һаулығын тергеҙеүҙә ярҙам итә. Территория уңайлылығы һәм тыныслығы менән ҡыуандыра, ә йылы мөхит бында йәшәүҙе айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ итә.

Ира Жуматдинова менән Фәриҙә Хисмәтуллина ҡалала һәм районда үткәрелгән төрлө акцияларҙа, митингыларҙа, осрашыуҙарҙа, сараларҙа, концерттарҙа ҡатнаша. Яугирҙәрҙең әсәйҙәре ярҙам иткәне, иғтибары һәм ярҙамы өсөн «Ватанды Һаҡлаусылар» фондына рәхмәт белдерә. Уларҙың әйтеүенсә, бындай хәстәрлек уларҙың улдарының батырлығы онотолмауын, ә үҙҙәре ҡайғы менән яңғыҙ ҡалмауын күрһәтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондын Рәсәй Президенты указына ярашлы булдырҙылар. Ике йыл эшләү осоронда «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалына 41 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Социаль координаторҙар, ә улар бөтәһе 107 кеше, 116 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, уларҙың 96 проценты ыңғай хәл ителгән. Ҡалған мөрәжәғәттәр эштә.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре юҡ.

Алдан белешеү өсөн телефон: 8 (347) 268-01-02

Текстың авторы – Галина Морозова.

Фото: «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы.  

 

 

Геройҙарҙың әсәләре тураһында ла хәстәрлек күрелә
Геройҙарҙың әсәләре тураһында ла хәстәрлек күрелә
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас